Нөгөш һыуһаҡлағысы
Нөгөш һыуһаҡлағысы — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Нөгөш йылғаһындағы һыуһаҡлағыс (Ағиҙел йылғаһы бассейны)[1].
Географияһы
Һыуһаҡлағыс һәм ундағы Нөгөш ГЭС-ы 1967 йылда төҙөлгән. Төҙөлөш барышында плотина эргәһендә Нөгөш ҡасабаһы (2005 йылдан — ауыл) барлыҡҡа килә[2]. Һыуһаҡлағыстың көньяҡ ярында Һәргәй ауылы урынлашҡан[3][4].
Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Мәләүез районы Нөгөш ауылы эргәһендә йылға тамағынан 48 км алыҫлыҡта Башҡортостан милли паркы биләмәһендә ята[1].
Һыуһаҡлағыстың ярҙары текә, урмандар менән ҡапланған. Ял һәм туризм урыны булып тора. Ярҙарын йәйге лагерҙар, шифаханалар, турбазалар (рус.)баш. биләй[5].
Бында балыҡтарҙан алабуға, суртан, ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, шамбы, ағарсаҡ, ажау, ҡорман, йәйен, опто, һыла һ.б. тереклек итә[5].
Гидроузел ағыҙғысында йылғаның:
- һыу йыйыу майҙаны 2827 м². (йылға бассейнының 74 проценты),
- уртаса тәрәнлеге 16 м (иң тәрән урыны 28 м)
- уртаса йыллыҡ ағым күләме 1041 млн м³,
- һыуһаҡлағыстың тулы күләме 400 млн м³,
- файҙалы күләме 356 млн м³,
- һыу өҫтө майҙаны 25 км²;
- уртаса оҙонлоғо 10 км (иң оҙон урыны 25 км),
- уртаса киңлеге 1 км (иң киң урыны 5 км) тәшкил итә[1].
Гидроузел составы:
- тупраҡтан өйөп һалынған плотина — оҙонлоғо 218 м,
- өҫкө һырты буйынса киңлеге − 7 м, макс. бейеклеге −31 м);
- Дүрт тармаҡтан торған һәм ташҡын ағыҙғысы (оҙонлоғо 1311,0 м, киңлеге 75,5 м) булған һыу ебәргес ҡоролмаһы;
- плотина эргәһендә гидроэлектростанция (рус.)баш. булған һыу төбөндәге һыу сығарғыс;
- 750 м оҙонлоҡтағы, 18 м киңлектәге һыу ағыҙыу каналы. Һыуы сөсө.
- Нөгөш ГЭС-һы йылына уртаса 30-32 млн кВт сәғәт электроэнергия етештерә[1].
Тәғәйенләнеше
Ағымды миҙгелле көйләү, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын һыу менән тәьмин итеү, электр энергияһы (рус.)баш. эшләп сығарыу. Шулай уҡ рекреация өсөн файҙаланыла[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Ә. Р. Ғәббәсов. Нөгөш һыуһаҡлағысы. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
- ↑ Нөгөш, Мәләүез районындағы ауыл (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
- ↑ Һәргәй, Мәләүез районындағы ауыл. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
- ↑ Р. Ф. Хабиров (составитель). Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — ISBN ISBN 978-5-87691-038-7. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2025) (рус.)
- ↑ 1 2 Нугушское водохранилище. Урал. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Нугушское водохранилище. Сайт «Наш Урал и весь мир» (15 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Нөгөш һыуһаҡлағысы (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2025)
- Сайт «Ураловед». Нугушское водохранилище и его красоты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2025)
- Сайт «Туристер». Озеро Нугуш (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2025)
- Сетевое издание (сайт) «Комсомольская правда». Нугушское водохранилище – море трех городов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2025)
- Сайт «По горам. Туры по Башкирии». Отдых на Нугушском водохранилище в Башкирии — природа и тишина на озере (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2025)