Павлов Николай Спиридонович
Павлов Николай Спиридонович (25 август 1922 йыл — 2 апрель 1978 йыл ) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
1922 йылдың 25 авгусында Ыҫлаҡбаш ауылы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған (хәҙерге Башҡортостандың Бәләбәй районы). Сыуаш. Мәктәптә 8 класс уҡыған
1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдың 21 декабрендә Полесье өлкәһенең Парич районы Дуброво ауылы эргәһендәге бейеклек өсөн барған алышта уның етәкселеге аҫтындағы орудие расчеты фашистарҙың 27 танкы менән һуғыша. Һөҙөмтәлә расчет тарафынан 5 танк юҡ ителә.
1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Тыуған ауылында китапханасы булып эшләгән, Еҙҡаҙғанда (Ҡаҙағстан) төҙөлөштә эшләгән.
1978 йылдың 2 апрелендә вафат була. Ыҫлаҡбаш ауылы зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР) № 3001 (29.03.1944)[1].
- Ленин ордены (29.03.1944).
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (06.05.1945)[2].
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (06.07.1943)[3].
Хәтер
Ыҫлаҡбаш урта мәктәбе бинаһында Советтар Союзы Геройы Павлов Николай Спиридоновичҡа ошондай яҙыу менән мемориаль таҡта
ҡуйылған:Беҙҙең мәктәптә Советтар Союзы Геройы Павлов Николай Спиридонович уҡыған. Артиллерист.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 28/36, л. 2/81—83).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 5118, л. 8, 119, 120).
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1517).
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 3. — Уфа, 1968.
Һылтанмалар
Павлов Николай Спиридонович. «Герои страны» сайты.