Петрачков Павел Анатольевич

Петрачко́в Па́вел Анато́льевич (30 август 1979 йыл — 4 февраль 2010 йыл) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, лейтенант, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008).

Биографияһы

Па́вел Анато́льевич Петрачко́в 1979 йылдың 30 авгусында Омскиҙа хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. Атаһы, Анатолий Алексеевич, танк бригадаһында элемтәсе булып хеҙмәт итә; әсәһе, Светлана Васильевна, Мәскәү технология институты филиалын тамамлай.

1979 йыл һуңында атаһын Тбилисиға (Грузия) хеҙмәткә күсерәләр. Павелға алты йәш булғанда, оҙайлы ауырыуҙан һуң атаһы вафат була. Малайҙы тәрбиәләүҙә олатаһы менән өләсәһе ярҙам итә.

1993 йылда ғаилә Грузиянан Пенза өлкәһенең Покрово-Берёзовка ауылына күсеп ҡайта. Павел 1997 йылда урта мәктәпте тамамлай. Свердловск хәрби-команда училищеһына уҡырға инеп ҡарай, әммә инә алмай. Пенза ҡалаһында 17-се һөнәри-техник училищены «автомеханик» һөнәре буйынса 1998 йылда тамамлай.

1998—2000 йылдарҙа хәрби хеҙмәтен Мәскәү округында эске ғәскәрҙәрҙә үтә. Дағстан, Чечня Республикаларындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Сержант Петрачков Грозныйҙы штурмлағанда айырылып тора, алышта контузия ала. Орден менән наградлана.

Хәрби хеҙмәтен тамамлағас, Пензала йәшәй, институтҡа уҡырға инә. Әммә тиҙҙән үҙен хәрби хеҙмәткә бағышларға ҡарар итә. 2001—2004 йылдарҙа — Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең 3473-сө часында прапорщик (Заречный ҡалаһы, пенза өлкәһе). Контролёр вазифаһында хеҙмәт итә.

2004 йылдың авгусынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә контракт буйынса Өфөлә Волга буйы төбәк командалығының 29-сы «Булат» махсус тәғәйенләнештәге отрядында күнекмә төркөмө старшинаһы булып хеҙмәт итә. 2010 йылда төркөм командиры итеп тәғәйенләнә.

2007 йылда ситтән тороп В. Г. Белинский исемендәге Пенза дәүләт педагогия институтын тамамлай.

Ҡаһарманлығы

2010 йылдың 4 февралендә Чечня Республикаһының Урус-Мартан районы Алхазурово ауылы районында махсус саралар үткәргәндә разведка төркөмө боевиктарҙың максировкаланған, яҡшы нығытылған базаһына юлыға һәм күп һанлы дошманға ҡаршы тора. разведчиктарға ярҙамға П. А. Петрачков етәкселегендә штурм төркөмө ебәрелә. Билдәләнгән урынға барып еткәс, спецназдар шунда уҡ алышҡа ташлана, бандиттарҙы өңөнән ҡыуып сығара. Банданы урманда эҙәрлекләгәндә лейтенант Петрачковтың төркөмө ҙур ҡаршылыҡҡа осрай. Ике хәрби хеҙмәткәр яралана. Төркөм командиры боевиктарҙы йәшертен генә урап үтеп, фланганан һөжүм яһарға ҡарар итә. Урындың ҡатмарлы рельефынан файҙаланып, ул бандиттар ояһына йәшертен генә яҡынлаша һәм, уңайлы мәлде һайлап, дошмандың пулемент расчетын юҡ итә, әммә үҙе лә үлемесле яра ала.

Үҙ ғүмере иҫәбенә лейтенант П. А. Петрачков яугирҙарының ғүмерен һаҡлап ҡала һәм бурыстың үтелешен тәьмин итә. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 4 авгусындағы 978-се Указы менән Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн төркөм командиры, лейтенант Петрачков Павел Анатольевичҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә[1].

Петрачков Павел Анатольевич Пенза ҡалаһының Новозападный зыяяратында Дан аллеяһында ерләнгән.

Наградалары

Хәтер

  • 2010 йылдың 1 сентябрендә Пенза өлкәһе Пенза районының Покрово-Березовский ауылы мәктәбенә 1993—1997 йылдарҙа уҡыған Рәсәй Геройы Павел Петрачков хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. Ауыл китапханаһында тематик музей экспозицияһы ойошторола. Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәре «Булат» спецназының Өфө махсус тәғәйенләнештәге отрядынан Петрачковтың хеҙмәттәштәре музейға уның хәрби хеҙмәәт үткәндә ҡулланған шәхси әйберҙәрен тапшыра.
  • 2010 йылдың 21 декабрендә Пенза ҡала думаһы ҡарары менән «Междуречье» биҫтәһенең яңы урамдарының береһенә Рәсәй Геройы Павел Петрачков исеме бирелә[3].
  • Пенза ҡалаһының Сура йылғаһы яры буйындағы «Росток» монументы эргәһендә 2011 йылда асылған «Геройҙарға дан» стелаһына Павел Петрачковтың да исеме индерелә[4].
Файл:Memor doska Petrachkov.jpg
Мемориальная доска-барельеф П. А. Петрачкову в Пензе, 2019 г. Скульптор В. Ю. Кузнецов
  • 2012 йылдан Заречный ҡалаһында Ватан Геройҙары көнө алдынан Рәсәй Геройы лейтенант Павел Петрачков иҫтәлегенә атыу буйынса турнир үткәрелә[5].
  • 2019 йылдың 9 декабрендә Ватан Геройҙары көнө һәм Павел Петрачковтың тыуыуына 40 йыл тулыу уңайынан герой уҡыған Пенза дәүләт педагогия институты бинаһында уның барельефы асыла[6][7].

Иҫкәрмәләр

  1. Греков В. Спасая жизнь товарищей… // «На боевом посту» (журнал ВВ МВД). — 2010. — № 10. — С.4-5. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2020. Архивировано 2 ғинуар 2020 года.
  2. Петрачков Павел Анатольевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2012. Архивировано 30 июнь 2015 года.
  3. Решение Пензенской городской Думы от 21.12.2010 № 504-24/5 «О присвоении наименований улицам города Пензы»
  4. Тамбовцев Г. П. Пензенцы — Герои России. — 3-е изд., перераб. и доп. — Пенза, 2014. — С. 96. — 100 с.
  5. В Заречном прошёл турнир по пулевой стрельбе Архивная копия от 11 декабрь 2019 на Wayback Machine, «Город Z», 05.12.2018.
  6. В Пензе открыта мемориальная доска Герою России Павлу Петрачкову Архивная копия от 11 декабрь 2019 на Wayback Machine, Информационное агентство «PenzaNews», 09.12.2019.
  7. Пензенское отделение Союза художников России завершило работу над проектом доски Герою России П. А. Петрачкову, официальный интернет-портал Правительства Пензенской области, 09.12.2019.

Әҙәбиәт

  • Тамбовцев Г. П. Пензенцы — Герои России. — 3-е изд., перераб. и доп. — Пенза, 2014. — 100 с.
  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
  • Афанасьева Ю. «Будет Героем и умрёт молодым» Архивная копия от 1 ғинуар 2020 на Wayback Machine // «На боевом посту» (журнал ВВ МВД). — 2011. — № 10. — С. 22-27.