Половинка Марфа Ивановна
Марфа Ивановна Половинка | |
---|---|
Файл:Половинка Марфа Ивановна.jpg | |
Тыуған көнө | 13 октябрь 1927 |
Тыуған урыны | Днепропетровск өлкәһе |
Вафат булған көнө | 16 ғинуар 1996 (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Днепропетровск, Днепропетровск өлкәһе |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | йәшелсәселек бригадаһы бригадиры |
Наградалары һәм премиялары |
Половинка Марфа Ивановна (13 октябрь 1927 — 16 ғинуар 1996) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Днепропетровск өлкәһенең Днепропетровск районындағы «Днипро» совхозының йәшелсәселек бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
Биографияһы
1927 йылда Днепропетровск өлкәһе биләмәһендә украин крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышында оккупацияланған территорияла йәшәй. Азат ителгәндән һуң, 1944 йылда, «Украина» колхозында эшсе булып эшләй башлай. Артабан йәшелсәселек бригадаһында звено етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1964 йылдан бригадир вазифаһын башҡара башлай. Үҙенең хеҙмәте менән юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә. Сәселгән майҙандың һәр гектарынан 73-әр центнер иген уңышы, ә йәшелсә уңышы һәр гектарҙан 340 центнерға тиклем алына.
СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 8 декабрҙәге указы менән, ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм йәшелсә һәм иген культураларынан рекордлы уңыш алғаны өсөн, Марфа Ивановна Половинкаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә
Совхозда бригадир булып эшләүен дауам итә. 1976 йылдан совхоз бүлеге начальнигы булып эшләй. 1978 йылда ҡабаттан бригадаһын етәкләй һәм бында хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй.
Днепропетровск ҡалаһында йәшәй. 1996 йылдың 16 ғинуарында вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙо (08.12.1973)
- [[Социалистик Хеҙмәт Геройы] (08.12.1973)
- Ленин ордены (08.12.1973)
- Октябрь Революцияһы ордены (24.12.1976)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15.12.1972)
- СССР дәүләт премияһы (1977)
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ kakula. 20 июня родились... . Обсуждение на LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников . www.liveinternet.ru. Дата обращения: 23 март 2020.
Әҙәбиәт
- Шевченко С., Кучеров Е., Дорошев С. Трудовая слава Днепропетровщины. — Днепропетровск, 2013.
Һылтанмалар
- Половинка Марфа Ивановна . «Герои страны» сайты.
- 13 октябрҙә тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Днепропетровск өлкәһендә тыуғандар
- 16 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Днепропетровскиҙа вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары