ПромТрансБанк
Промтрансбанк (йәки ПТБ) — Рәсәйҙең элекке коммерция банкыһы. Тулы атамаһы Промтрансбанк (Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт), ҡыҫҡаса атамаһы ПТБ Банкы (ЯСЙ) . Штаб-фатиры Өфө ҡалаһында урынлашҡан[3]. Банктың территориаль селтәренә Башҡортостанда 17 бүлексә һәм Мәскәүҙә офис инә[4].. ПТБ банкы Башҡортостан республикаһында берҙән-бер төбәк банкы тип иҫәпләнә. 2025 йылда Рәсәй Банкы ПТБ-ның лицензияһын тартып ала[5].
Тарихы
«Промышленно-Транспортный банк» йәмғиәте (ЯСЙ) 1993 йыл аҙағында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә Банк «Кембрий» исеме менән ойошторола.
2001 йылда банк үҙенең хәҙерге исемен ала — «Промышленно-Транспортный банк» (ЯСЙ «Промтрансбанк»). Шул уҡ йылда Промтрансбанкка физик шәхестәрҙең аҡсаларын вклад формаһында йәлеп итеүгә лицензия бирелә, һәм банк халыҡ депозиттарын әүҙем йәлеп итә башлай. Улар банк ресурстарының яртыһына яҡын өлөшөн тәшкил итә.
2007 йылда Промтрансбанк ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында һөнәри ҡатнашыусы статусын ала.
2008 йылдан 2012 йылға тиклем ПТБ Башҡортостан банктары араһында (берләшеү/йотоу килешеүҙәрен иҫәпкә алмайынса) таҙа активтар күләменең сағыштырмаса үҫеше буйынса иң юғары күрһәткескә өлгәшә. 4 йыл эсендә ошо күрһәткес буйынса Рәсәй банктары рейтингында 173 урынға күтәрелә. Күрһәткестәрҙең үҫеш темпы буйынса ПТБ меңгә яҡын Рәсәй банкы араһында иң етеҙ үҫешкән 50 банк исемлегенә инә.
2014 йылдың апрелендә ПТБ тулы һәм ҡыҫҡартылған исемдәрен үҙгәртә. Яңы тулы рәсми атамаһы — «ПромТрансБанк» (ЯСЙ), ҡыҫҡартылғаны — «Банк ПТБ (ЯСЙ)» була.
2018 йылдың 15 ноябрендә банкҡа ябайлаштырылған көйләү ҡаралған база банкы лицензияһы бирелә.
2021 йылда Банк ПТБ физик шәхестәр өсөн AppStore, Google Play һәм Huawei AppGallery кибеттәрендә мобиль ҡушымталарын етди яңырта. 2022 йылда юридик шәхестәр өсөн «ПТБ Бизнес» тигән мобиль ҡушымталарҙы AppStore һәм Google Play кибеттәрендә сығара.
ПТБ ябылғанға тиклем финанс хеҙмәттәре баҙарында тәҡдим ителгән бөтә төп банк операцияларын башҡарған. Ул физик һәм корпоратив клиенттар менән эшләгән, инвестиция банкы эшмәкәрлеген, сауҙа финанслауын, активтар менән идара итеүҙе тормошҡа ашырған. Банк клиенттарының тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенә бәйле валюта контроле буйынса агент функцияһын да үтәгән. ПТБ ил закондарында ҡаралғанса конверсия операцияларын, шул иҫәптән сит ил валютаһын ҡулаҡсаһыҙ юл менән һатып алыу/һатыу операцияларын башҡарған.
Ябылыуы
2025 йылдың 15 апрелендә Рәсәй Банкы ПТБ банкының лицензияһын банк эшмәкәрлеге тураһындағы закондарҙы, көйләүсе органдың норматив акттарын һәм законһыҙ килемдәрҙе йыуыу һәм терроризмды финанслау менән көрәш өлкәһендәге талаптарҙы боҙоу сәбәпле кире алды[6].
2025 йылдың 21 апрелендә Өфө ҡалаһындағы «ПромТрансБанк» клиенттарының меңдән ашыуы Вкладтарҙы страхованиелау агентлығы (рус.)баш. (ВСА) аша страховка түләүҙәрен ала башлауы билдәле булды. Лицензия кире алынған мәлдә банктың яҡынса 24 мең вкладчигы булған. 21 апрелгә ҡарата 1317 вкладчик 837 миллион һум күләмендә түләүҙәр алған, был агентлыҡтың 5,5 миллиард һум итеп баһаланған дөйөм страховка яуаплылығының 15 % өлөшөн тәшкил итә. Түләүҙәр бер вкладчикка 1,4 миллион һумға тиклем күләмдә башҡарылған[7].
Милекселәре һәм етәкселеләре
«Промтрансбанк»тың төп милексәһе — банктың директорҙар советы рәйесе Илдар Мөхәмәтдинов. Ул банктың 95,77 % өлөшөн тура һәм «Промфинтранс» ЯСЙ аша контролдә тотҡан[8]. Кесе милекселәр араһында Марина Юрковская ла булған (1,75 % өлөш).
Финанс күрһәткестәре
Рейтингтар
2008 йылдан 2012 йылға тиклем ПТБ Башҡортостан банктары араһында (берләшеү һәм йотоу килешеүҙәрен иҫәпкә алмайынса) таҙа активтарҙың сағыштырмаса артыуы буйынса иң юғары күрһәткескә өлгәшә. 4 йыл эсендә был күрһәткес буйынса Рәсәй рейтингында 173 урынға күтәрелә.
2011 йыл йомғаҡтары буйынса «Промтрансбанк» илдең иң яҡшы ваҡ банктары исемлегенә инә[10]. «РБК.Рейтинг» мәғлүмәттәренә ярашлы, 2012 йылдың 1 апреленә ҡарата ПТБ таҙа активтар күләме буйынса Рәсәйҙең 500 иң эре банкы исемлегенә ингән[11].
Наградалар
2012 йылдың [[25 ғинуар[|25 ғинуары]]нда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ПТБ-ның күҙәтеү советы рәйесенә республиканың иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө һәм банк системаһындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт хаты тапшырҙы[12].
2020 йылдан алып, ПТБ банкы Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған «Золотой Меркурий» милли премияһы сиктәрендә үткәрелгән «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн иң яҡшы банк программаһы» конкурсында бер нисә тапҡыр финалға сыҡҡан. Был баһа махсус кесе бизнес өсөн әҙерләнгән продукттар өсөн бирелгән.
2021 йылда банк «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсы лауреаты, шулай уҡ «Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары 2021» Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты булып танылды. Ул «Халыҡ өсөн хеҙмәттәр» номинацияһында персональ кредит рейтингы нигеҙендә ҡулланыу ихтыяждары өсөн кредит продукцияһы өсөн бүләкләнгән[13].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Дата изменения величины уставного капитала: 12.12.2013. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
- ↑ Расчёт собственных средств (капитала). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
- ↑ Офисы и штаб квартира ПТБ в Уфе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2012. Архивировано 3 август 2012 года.
- ↑ О Банке ПТБ.
- ↑ Острая банковская недостаточность (16 апрель 2025). 22 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ ЦБ Башҡортостан банкы лицензияһын кире алды. 15 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ ПромТрансБанктың меңдән ашыу вкладсыһы страховка түләүҙәрен алды. 22 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Кредит ойошмаһына контроль йәки әһәмиәтле йоғонто яһаған шәхестәр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
- ↑ РФ Үҙәк банкы сайты.
- ↑ На передовых рубежах (29 февраль 2012). 22 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ 2012 йылдың 1 апреленә РБК рейтингы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2022. Архивировано 5 март 2016 года.
- ↑ Башҡортостан иҡтисадына индергән өлөш өсөн рәхмәт хаты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2012. Архивировано 14 сентябрь 2014 года.
- ↑ banki.ru — ПТБ тураһында.