Работница (журнал)

«Работница» — СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн нәшер ителгән ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журнал. 2001 йылдан тәғәйенләнеше — ғаилә менән уҡыу өсөн.

Журнал тарихы

«Ҡатын-ҡыҙ эшселәр хәрәкәте мәнфәғәттәрен яҡлау» һәм эшселәр хәрәкәте ҡараштарын пропагандалау маҡсатында В. И. Ленин башланғысы менән булдырыла. А. И. Ульянова-Елизарова, Н. К. Крупская, И. Ф. Арманд, А. В. Артюхина, В. М. Величкина, Ф. И. Драбкина, А. М. Коллонтай, П. Ф. Куделли, З. И. Лилина, Л. Р. Менжинская, К. И. Николаева, Е. Ф. Розмирович, К. Н. Самойлова, Л. Н. Сталь, Э. А. Алексеева, Ф. Е. Нюрина баҫманы ойоштороуҙа ҡатнашалар һәм төрлө йылдарҙа уның редколлегия ағзалары була.

Журналдың беренсе һаны 1914 йылдың 23 февралендә (яңы стиль буйынса 8 мартта) сыға. 1923 йылға тиклем Санкт-Петербургта, һуңынан Мәскәүҙә нәшер ителә. 1914 йылда ете һан донъя күрә, шуларҙың өсәүһе полиция тарафынан тартып алына; полиция эҙәрлекләүҙәре арҡаһында 26 июндә (9 июлдә) баҫма сығыуҙан туҡтай.

1917 йылдың 10 (23) майынан 1918 йылдың 26 ғинуарына (8 февраленә) тиклем РСДРП Үҙәк Комитетының аҙналыҡ журналы булараҡ яңынан сығарыла, әммә был ваҡыт эсендә ун өс һаны ғына донъя күрә[1].

1943 йылдан — ай һайын сыға торған журнал.

1991 йылдан нәшриәт коллективы аҡсаһына, 2009 йылдан — «Работница» нәшриәт йорто тарафынан нәшер ителә.

Тираж динамикаһы

1914 йылдың беренсе һаны 12 мең дана тираж менән сыға. 1917—1918 йылдарҙа тираж уртаса 30-43 мең дана тәшкил итә[1]. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тираж 425 мең дананан 75 мең данаға тиклем кәмей[2], әммә 1950 йылдар башында һуғышҡа тиклемге кимәлгә (350 мең дана) етә. Артабан даими үҫә, мәҫәлән, 1974 йылда — 12.6 миллион дана[1], 1990 йылда — 23 миллион дана була, әммә 1991 йылда ике тапҡырға тиерлек кәмей һәм 12 миллион данаға йәғни 1974 йыл кимәленә төшә. 2013 йылда тираж ни бары 35 мең дана тәшкил итә. Интернет- баҫмалар әлегә юҡ, әммә 1994 йылға тиклем донъя күргәндәрҙең күбеһе бында һалынған[3].

2018 йылдан: www.rabotnitsa.su һәм www.rabotnitsa-magazine.ru адрестары буйынса журналдың ҡыҫҡартылған варианттағы интернет-баҫмаһы эшләй[4]. Уның сайты аша ҡағыҙ һәм электрон версияларға яҙылырға, шулай уҡ элек сыҡҡан һандарҙы һатып алырға мөмкин.

undefined

Йөкмәткеһе

«Работница» тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙарҙың социалистик хәрәкәтен яҡтырта. Уның исеме лә «эшсе ҡатындар һәм эшсе ир-аттарҙың ҡатындары өсөн журнал» тип өҫтәмә асыҡлана[5]. Совет осоронда В. И. Лениндың бишенсе һанда сыҡҡан «Ғәҙел донъяға юл бармы?» һәм етенсе һандағы «Өс көрсөк» мәҡәләләре мөһим һанала[1]. Журнал сәйәси конъюнктура үҙгәрештәренә әүҙем яуап бирә, ҡайһы берҙә материалды баҫып сығарыу буйынса гәзиттәрҙе лә уҙып китә. Яйлап, әммә һуғыштан һуңғы йылдарҙа айырыуса әүҙем төп иғтибарын социаль һәм көнкүреш мәсьәләләрен яҡтыртыуға йүнәлтә[2].

Шулай уҡ әсәлек, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү темаларына мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр һәм билдәле картиналар репродукцияларын баҫтыра. 1924 йылдың беренсе һанында журнал биттәрендә «Бөйөк яңы тормош төҙөүгә, йәмәғәт эштәренә күберәк ял һәм ваҡыт табыу өсөн өй эштәрен нисек башҡарырға кәңәштәр һәм күрһәтмәләр» баҫылып сыға, уларға ярты бит самаһы урынт бүленә[6]. Балалар өсөн махсус рубрика «Балалар ижады өлгөләре»н баҫтырыуға тәғәйенләнә. Шулай уҡ «Баҫылмаған хаттар эҙҙәренән» йә «Уҡыусыларҙың хаттары буйынса» рубрикалары була, унда редакция уҡыусыларының ялыуҙарына йәки үтенестәренә яуап итеп нимә эшләнгәнлеге тураһында мәғлүмәт бирә. Әммә журналда бала саҡ мәсьәләләренә арналған тәғәйен генә рубрика булмай, айырым тематик блоктар тиҙ юғала йәки үҙгәртелә. Даими баҫылмаһа ла кулинария буйынса рецептар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн заманса модалы кейем өлгөләренең төҫлө һүрәттәре була. Күп кенә номерҙарҙа бушлай кейем-һалым тегеү өсөн ҡушымта-һүрәттәр сыға. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа (1945—1953) етемдәр йорттарындағы тормош тураһында күп материалдар баҫыла.

1985 йылда «Работница» өс йылға иҫәпләнгән — «Өй хужалығы һәм ҡул эштәре буйынса йорт академияһы» — баҫмалар серияһын башлай. Академия программаһына дүрт 4 бүлек инә: Бесеү һәм тегеү, Бәйләү, Кулинария, Үҙ-үҙеңде ҡарап-тәрбиәләү[7]. Совет осоронан һуң журналда «За 50, и всё в порядке», «Мужчина и женщина», «Разговор для двух», «Мужчины в нашей жизни», «Житейская история» бүлектәре барлыҡҡа килә.

Редакция

1938 йылдың декабренә һәм 1940 йылда булған составы[8] [9] :

  • Карасева Л. Е.
  • Николаева К. И.
  • Шабурова М. А. (яуаплы мөхәррир)

1945 йылдың 25 октябренә булған состав[10]:

  • Николаева К. И. (яуаплы мөхәррир)
  • Кирсанова К. И.
  • Каганович М. М.
  • Гришакова А. П.
  • Кононенко Е. В.
  • Быкова К. В.

1989 йылдың 17 майына һәм 13 июненә булған состав[11][12]:

  • Крылова З. П. — баш мөхәррир
  • Башарина В. М. — баш мөхәррир урынбаҫары
  • Виркунен Т. Ш.
  • Журавлёва В. Ф.
  • Журавская И. А.
  • Иванов М. Б. — яуаплы секретарь
  • Карасёва Д. Т.
  • Лесовая Л. А.
  • Римашевская Н. М.
  • Скляр И. В.
  • Сухорученкова Г. Ф.
  • Фёдорова Н. Ф.
  • Эльдарова Р. А.
  • Веретенников С. Ю. — баш рәссам
  • Абрамова Т. Н. — художество мөхәррире

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Вавилина, 1975, с. 31
  2. 1 2 Ромашова М. В. Журнал «Работница» как источник по истории советского детства (1945-1953 гг.) // Источниковедческие исследования/ Отв. ред. А.О. Чубарьян; Сост. Т.В. Гимон. М.: ИВИ РАН, 2008. Вып. 4. С. 154-171. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2014. Архивировано 19 октябрь 2017 года.
  3. Крылова З. «Работница» превратилась в семейный журнал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2014. Архивировано 7 июль 2017 года.
  4. Редакция журнала «Работница». «Работница». rabotnitsa-magazine.ru. Издательский дом «Работница» (2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2015. Архивировано 6 декабрь 2016 года.
  5. журнал «Работница» № 10, апрель. — М.: ЦК ВКП(б) «Правда», 1936.
  6. Осика Ю. Л. Труд и равноправие: образ работницы в советской прессе 1920-х годов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2014. Архивировано 13 июнь 2013 года.
  7. Приложение к журналу «Работница». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 2 апрель 2015 года.
  8. Работница. — Журнал. — Москва: ЦК ВКП(б) "Правда", № 1 январь 1939. — С. 20. — 20 с. — 400 000 экз.
  9. Работница. — Журнал. — Москва: Издание ЦК ВКП(б), № 1 январь 1941. — С. 20. — 20 с. — 400 000 экз.
  10. Работница / Николаева К. И. (ответственный редактор). — Журнал. Издание ЦК ВКП(б). Год издания двадцать второй. — Москва: "Правда", № 10 Октябрь 1945. — С. 28. — 28 с. — 75 000 экз.
  11. Работница. — Журнал. — Москва, Ташкент: "Правда", № 6, 1989. — С. 39. — 40 с. — 20 942 000 (2-й завод: 10 182 850 — 12 541 892) экз.
  12. Работница. — Журнал. — Москва, Ташкент: "Правда", № 7, 1989. — С. 39. — 40 с. — 20 908 000 (2-й завод: 10 108 243 — 12 507 898) экз.

Әҙәбиәт

  • Большевистская печать. Сб. материалов. Вып 3—4. М., 1960—61
  • «Работница» / Вавилина В. С. // Проба — Ременсы. — М. : Советская энциклопедия, 1975. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 21).
  • Всегда с Вами. К 50-летию журнала «Работница». М., 1964.
  • Большевистская печать (революционная печать) / Ждановская З. В., Петропавловский Е. С. // Бари — Браслет. — М. : Советская энциклопедия, 1970. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 3).
  • «Работница» // Пустырник — Румчерод. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 100. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 28). — ISBN 978-5-85270-365-1.

Тема буйынса өҫтәмә