Работяев Александр Васильевич
Александр Васильевич Работяев (1955 йылдың 3 июне, Петровский, Башҡорт АССР-ы) — инженер-нефтсе, юрист, хәрби хеҙмәткәр, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө—алтынсы (2003—2023) һәм етенсе (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010). Халыҡтар дуҫлығы (2019) һәм Салауат Юлаев (2025) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Работяев Александр Васильевич 1955 йылдың 3 июнендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Петровский ауылында тыуған[2].
Юғары белемле. Өфө нефть институтын (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) һәм СССР Дәүләт именлеге комитетының Юғары мәктәбен (хәҙер Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте академияһы) тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1973 йылда «Башнефть» производство берекмәһенең Ишембай быраулау эштәре идаралығында быраулаусы ярҙамсыһы булып башлай. 1974—1976 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтә һәм, запасҡа ҡайтарылғандан һуң, Ишембай быраулау эштәре идаралығында слесарь-ремонтсы булып эшен дауам итә.
1976 йылдан Ишембайҙағы 28-се урта ҡала һөнәри-техник училищеһының производствоға өйрәтеү мастеры, 1979 йылдан Ишембай районы ауыл хужалығы идаралығының капиталь төҙөлөш бүлегендә инженер-механик, 1983 йылдан Ишембай транспорт машиналары эшләү заводының кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләй[2].
1985 йылда СССР дәүләт именлеге органдарына хәрби хеҙмәткә саҡырыла, артабан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтендә һәм Рәсәй Федераль һаҡ хеҙмәтендә төрлө яуаплы вазифалар башҡара, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Президентының именлек хеҙмәте начальнигы була[2]. Запастағы полковник.
1998 йылдан Өфө ҡалаһындағы «Квадро-Процессинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры[3].
2025 йылдың 21 мартында депутат Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[4].
2025 йылдың 10 октябрендә Александр Работяевҡа Башҡортостан Республикаһының «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы тапшырылды[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһының Ҡул һуғышы федерацияһы рәйесе[2].
- Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2003—2008)
- Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2003—2008)
- Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2008—2013)
- Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013—2018)
- Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)
2024 йылдың 25 ғинуарында Александр Работяев Дәүләт Йыйылышының Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул вәкәләттәрен төп эшмәкәрлегенән айырылмайынса башҡарасаҡ[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010)
- Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019)[7]
- Салауат Юлаев ордены (2025)[4]
- «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән отличие өсөн» миҙалы (1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжәләр)
- Башҡортостан Республикаһының «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы[5]
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы
- Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһы Ҡануниәтен үҫтереүгә айырым өлөш индергәне өсөн» почёт билдәһе
- Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Законлылыҡты нығытыуға айырым өлөш индергәне өсөн» почёт билдәһе
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ 1 2 3 4 Сетевое издание «Информационно аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон). Работяев Александр Васильевич – биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2024)
- ↑ Общество с ограниченной ответственностью «Квадро-Процессинг». Генеральный директор Работяев Александр Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2024)
- ↑ 1 2 Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров поздравил депутатов с 30-летием Госсобрания Башкирии. ИА «Башинформ» (21 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров вручил государственные награды России и Башкортостана. ИА «Башинформ» (10 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ Александр Работяев Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 25 ғинуар 2024 йыл (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2024)
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан
Һылтанмалар
- Сайт партии «Единая Россия». Республика Башкортостан. Лица Партии. Работяев Александр Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2024)