Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы

Рамазан Исмағил улы Үтәғолов (рус. Утягулов, Рамазан Исмагилович; 1930 йылдың 15 ноябре, Сыңғыҙ ауылы, Башҡорт АССР-ы2017 йылдың 6 марты) — башҡорт тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы, педагог. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966), Башҡортостан Республикаһының почётлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008), Батыр Вәлидов исемендәге премия лауреаты, Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2010).

Биографияһы

1930 йылдың 30 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған[1]. 1948 йылда Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбен, 1949—1953 йылдарҙа Магнитогорск педагогия институтын тамамлаған[1].

Институтты тамамлағас Баймаҡтың 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә тарих уҡытыусыһы, завуч булып эшләгән (1953—1958). 1958—1966 йылдарҙа — инспектор, артабан Баймаҡ, Әбйәлил һәм Йылайыр райондарының берләштерелгән халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире[1].

Сибайға күскәс — Сибай ҡала КПСС-ының сәйәси ағартыу кабинеты мөдире (1967 йылдан), Сибай мәктәп-интернаты директоры (1970—1979), ярҙамсы (коррекцион) мәктәбе директоры (1983—1992)[1].

1992 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас йәмәғәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү эше менән әүҙем шөғөлләнгән. Мәҡәләләре «Октябрьское знамя» (Баймаҡ) һәм «Атайсал» (Сибай) гәзиттәрендә, республика баҫмаларында даими баҫылған[1].

Башҡорт халыҡ үҙәге «Сибай»-ҙың беренсе етәксеһе булған. I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайланған[2]. Уның башланғысы менән Сибайҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорттарға һәйкәл асылған, уның тәҡдиме буйынса Башҡорт дәүләт филармонияһына композитор Хөсәйен Әхмәтов исеме бирелгән[2].

14 китап, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү тематикаһына 80-гә яҡын мәҡәлә, ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһында» 54 мәҡәлә, Баймаҡ энциклопедияһында 30 мәҡәлә, Сибай энциклопедияһында 22 мәҡәлә авторы, Темәс ауылы энциклопедияһын төҙөүселәрҙең береһе[2].

2017 йылдың 6 мартында Сибай ҡалаһында вафат булған.

Төп әҫәрҙәре

  1. Тропою знаний. Баймак, 2000;
  2. Звёзды Ирендыка. Сибай, 2001. — 97 б.;
  3. Баймакский край. Уфа, 2002 (авторҙаш);
  4. Сыңғыҙ изге төйәк. 2003 (авторҙаш);
  5. Сибайҙың алтын шишмәләре. Сибай, 2005;
  6. Подвиг. Сибай, 2006;
  7. Сәсәндәр иленә сәйәхәт. Сибай, 2008;
  8. Флагман среднего образования. Сибай, 2008;
  9. Учитель доброты. Сибай, 2010;
  10. Ирәндек бөркөттәре. Сибай, 2012;
  11. Легендар Буранбай сәсән. Сибай, 2015 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре

  • БАССР мәғариф отличнигы (1973);
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966)[1];
  • Батыр Вәлидов исемендәге район премияһы лауреаты (Баймаҡ);
  • Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге ҡала премияһы лауреаты (Сибай);
  • Хеҙмәт ветераны;
  • Башҡортостан Республикаһының почётлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008)[1].

Бүләктәре

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)[1];
  • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы[1];
  • СССР Педагогия фәндәре академияһы Грамотаһы (1963);
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы[2];
  • Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2010)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Деревня Чингизово. Баймакская межпоселенческая центральная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  2. 1 2 3 4 Учитель. Краевед. Прямой потомок Буранбая-сэсена. Сибайский рабочий (6 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  3. Сибай отметил свой 55-й день рождения. bashklip.ru (13 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.

Һылтанмалар