Ризыҡ (Ислам)
Ризыҡ (ғәр. رزق; күплектә арзак) — Исламда — диванға индерелгән хеҙмәткәрҙәргә бирелгән ризыҡлата эш хаҡы. 638 йылдан, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифә ваҡытынан, VIII быуат ахырынаса бирелә торған булған..
Мысырҙа ризыҡ 1 ирдабб (25 кг) бойҙай, 1 кист (1,5 л) шыйыҡ май менән аш һеркәһе, шулай уҡ күпмелер ит тәшкил иткән; Сүриәлә — 2 модия («джариба» = 18—19 кг) бойҙай, Ираҡта — 1 джариб ( 23 кг самаһы) бойҙай бирелгән. Диванға ингән яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына, шулай уҡ паёк тәғәйенләнгән (дәүмәле билдәһеҙ)[1].
IX—X быуаттарҙа ризыҡ тип күбеһенсә яугирҙарға түләнгән эш хаҡын атайҙар. Ғөмүмән, Урта Азияла сәмәниҙәр ваҡытында бөтә төр эш хаҡы ризыҡ тип аталған. Мысырҙа XII—XV быуаттарҙа — билдәле бер участкаларҙан аҙыҡлата түләнгән эш хаҡы. Ғосман империяһы XVI быуаттан — аҙыҡлата килем килтерә торған ер участкаһы, атап әйткәндә, ваҡыф ерҙәре[1].
Ҡөрьәндә Аллаһ кешегә биргән аҙыҡ-түлек ризыҡ тип атала. Аллаһы тәғәләнең күркәм исемдәренең береһе шуға күрә әр-Раззаҡ («ризыҡ», «ризыҡ биреүсе»)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ислам: ЭС, 1991
Әҙәбиәт
- Большаков О. Г. Ризк // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 199.
- Rizḳ / Bosworth, C.E.; McAuliffe, Jane D. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Waines, David. Sustenance // Encyclopaedia of the Qurʾān / General Editor: Jane Dammen McAuliffe. — Washington DC: Georgetown University.