Сукук
Сукук (ғәр. صكوك, «Сакк» — юридик документ, акт, квитанция") — шәриғәт илдәрендә таралған финанс документы, ислам облигацияларының эквиваленты тип атарға була.
Шәриғәт риба (ростовщиклыҡ) менән шөғөлләнергә рөхсәт итмәй, билдәләнгән килем менән традицион облигацияларға юл ҡуйырға ярамай. Сукук табыш алыу маҡсаты ҡуйылған финансланған сараның килемен гарантияланмай, ул бары маҡсат ҡына булып тора.
- Донъяла
2007 йылда донъяла сукук күләме АҠШ доллары менән 31 миллиардҡа етә[1].
- Рәсәйҙә
Рәсәйҙә сукук сығарыу тураһында тәүге тапҡыр 2011 йылда һүҙ ҡуҙғатыла[2][3][4]. Әммә тәүге облигациялар Рәсәй Банкы ҡарары менән 2017 йылда — август аҙағында ғына барлыҡҡа килә. Татарстанда бындай облигациялар сығарыу тәжрибәһе шәриғәт эксперты тарафынан хуплау тапҡан. Сығарыу күләме 1 миллион һум тәшкил иткән. Облигациялар түләү срогы 62 көн булған һәм ябыҡ яҙылыу буйынса урынлаштырылған[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Объем размещения исламских бондов в 2011 году может достичь докризисного уровня», 26.01.2011, Проект «RusBonds — Облигации в России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2011. Архивировано 13 июль 2015 года.
- ↑ «Успех размещения татарстанского сукука будет зависеть от его соответствия шариату» 2015 йылдың 13 июль көнөндә архивланған., 25.03.2011, TATPRESSA.ru
- ↑ «Исламское слово в облигациях» 2011 йылдың 15 октябрь көнөндә архивланған., 25.03.2011, Эксперт
- ↑ «Интервью с Линаром Якуповым о проекте по выпуску первых исламских облигаций — Сукук в Российской Федерации» 2011 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған., 17.05.2011, Исламский бизнес и финансы
- ↑ Компания из Татарстана впервые в РФ выпустила облигации по законам шариата 2017 йылдың 7 сентябрь көнөндә архивланған. // ТАСС, 31 августа 2017
Һылтанмалар
- Нимә ул Сукук БР сайтында. РУ
- Ислам илдәрендә финанс ойошмалары нисек эшләй 2011 йылдың 10 декабрь көнөндә архивланған. mrwolf.ru