Ротенберг Борис Романович

Бори́с Рома́нович Ротенбе́рг (3 ғинуар 1957 йыл) — фин һәм Рәсәй эшҡыуары, менеджер, СМП Банкының («Северный морской путь») хужаһының береһе һәм директорҙар советы ағзаһы[2][3][4]. Вице-президент Федерации дзюдо России[2]. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, педагогика фәндәре кандидаты. SMP Racing Рәсәй автоспорты үҫеше программаһына нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе.

Биографияһы

Борис Ротенберг 1957 йылдың 3 ғинуарында Ленинградта тыуа[2].

1968 йылда өлкән ағаһы Ротенберг Аркадий Романович һәм Путин Владимир Владимирович шөғөлләнгән Рахлин Анатолий Семёнович етәкләгән самбо секцияһына яҙыла[2][5]. Йәш сағында ҡала йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай, бер нисә тапҡыр йәштәр араһында уҙғарылған СССР чемпионаттары һәм СССР Кубоктары призёры булған[6]. 1974 йылда дзюдо буйынса спорт мастеры[2], 1980 йылда — самбо көрәше буйынса спорт мастеры була. 1978 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура һәм спорт институтында, 1992 йылда Хельсинкиҙа «Чикара» профессиональ дзюдо клубы тренеры була[2].

1998 йылда Петербургҡа ҡайта[2].

2001 йылда ағаһы менән бергә СМП Банкка нигеҙ һала[2] («Северный морской путь»). («Төньяҡ диңгеҙ юлы»). Һуңғараҡ ағалы-ҡустылы «Росспиртпром» федераль дәүләт унитар предприятиеһы активтарының бер өлөшөн контролдә тота[7].

2001 йылда — «Ватан» спорт ҡара-ҡаршы көрәше йәмғиәтенең генераль директоры.

2003 йылда Мәскәүҙә бер Коломенский проезды адресы буйынса — «База-торг» һәм «Поставка» фирмаларын теркәне [4]. 2003—2004 йылдарҙа концерндың «Газтагед» компанияһында («База-торг» аша 25 %) кесе партнёры була[4]), уның аша «Газпром» өсөн торбалар һатып алына. Компанияның әйләнеше 1 миллиард самаһы АҠШ доллары тәшкил итә[8]. Сәйәси фәндәр кандидаты, 2005 йылда «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Вадим Клейнер үҙенең сығышында "Газпром"дан аңлайышһыҙ льготалар алған бер нисә аралашсыны, атап әйткәндә, «Газпром» өсөн торбалар менән операциялар буйынса аралашсы тип "Газтагед"ты атаны[4]. «Поставка» фирмаһы 2008 йылда ябылыу процесында була, быға тиклем «Сибгазимпэкс» Таулы Алтай компанияһына хужа булған (25 %-ҡа; 2007 йылда бөтөрөлгән), компанияның ҡалған 75 процентын «Газкомплектимпэкс» ("Газпром"дың бүлендек предприятиеһы) контролдә тотҡан

«Поставка» фирмаһы 2008 йылда ябылыу процесында булған, быға тиклем «Сибгазимпэкс» тау-Алтай компанияһына хужа булған (25 процентҡа; 2007 йылда бөтөрөлгән), компанияның ҡалған 75%-ын «Газкомплектимпэкс» ("Газпром"дың бүлендек предприятиеһы) контролдә тотҡан[4].

2008 йылда Борис ағаһы менән бергә [[Новороссийск диңгеҙ сауҙа портының акцияларының 10 %-на эйә була, «Газпром»дан биш төҙөлөш подразделениеһын («Волгогаз», «Ленспецстройгаз», «Спецгазремстрой», «Волгограднефтемаш» һәм «Краснодаргазстрой»[4]) һатып ала, «Стройгазмонтаж» корпорацияһын булдыра[2].

2009 йылда Дәүләт Думаһы депутаты Ашот Геворкович Егиазарян Борис Ротенбергты «Мәскәү» отеле хужаларының береһе тип атаны, уның тирәләй аяуһыҙ көрәш киң ҡолас ала - Сөләймән Керимовтың структуралары уның өҫтөнән контроль урынлаштырырға тырышалар[2].

2009 йылда Ротенбергтар Мәскәү өлкәһендә Оборона министрлығының 225 000 м² торлаҡ төҙөүгә тендерында еңеп сыҡҡан «МСМ-5» девелопер компанияһы партнёрҙары ролендә телгә алына[2].

2010 йыл башында Аркадий һәм Борис Ротенбергтар контролдә тотҡан компаниялар Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә «Газпром»ға[2] торбалар ташыған һәм планға ярашлы «Төньяҡ ағымы» газ үткәргесе[8] өсөн торбалар поставкаларға тейеш булған «Төньяҡ Европа торба проекты» трейдерын алырға заявка биргәйне.

2010 йылдың октябренән Ротенбергтар ҡәрҙәштәр «Газпром» структураларынан «Мосэнерго йылылыҡ-энергетика компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акцияларының 100 %-ын һатып ала, унан һуң компанияның директорҙар советын Игорь Аркадьевич Ротенберг етәкләй[9].

2012 йылдан алып, ваҡыты-ваҡыты менән кузовлы автоуҙыштарҙа SMP Racing тип аталған үҙ командаһын төҙөй[10]. 2014 йылда Дейтонда 24 сәғәтлек автомарафонда ҡатнаша[11].

2013 йылдың 17 июлендә Мәскәү «Динамо» футбол клубы президенты итеп тәғәйенләнә[12]. Төгәл ике йылдан унан китеүе тураһында белдерә[13].

2014 йылдың 20 мартында, Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуына бәйле, Борис һәм Аркадий Ротенбергтар АҠШ президенты Барак Обаманың иҡтисади санкцияларына эләгә[14]. «…они оба усмотрели в действиях США косвенное признание своих заслуг перед российским государством», — сообщил «Интерфаксу» источник в окружении бизнесменов[15].

2018 йылдың ғинуарынан — «Газпром бурение» предприятиеһының миноритар акционеры[16].

Халыҡ-ара санкциялар

2022 йылдың 22 февраленән Бөйөк Британия Борис Ротенбергҡа ҡарата, активтарын файҙаланмай тотоу һәм илгә инеүҙе тыйыу һымағыраҡ шәхсән санкциялар иғлан итә[17][18][19].

2022 йылдыың 3 мартында АҠШ Борис Ротенберг һәм уның ғаиләһенә, ҡатыны Каринаға һәм улдары Роман һәм Борисҡа ҡарата санкциялар иғлан итә[20]. 8 марта 2022 года и Япония ввела против него персональные санкции[21].

2022 йылдың 8 апрелендә ЕС Борис Ротенбергҡа ҡаршы санкциялар иғлан итә[22][23].

«Би-би-си»ҙың 2022 йылғы тикшеренеүҙәренә ярашлы, Ротенбергтар, закон уларҙың ысын хужалары кем икәнлеген талап итмәгән яуаплығы сикләнгән инглиз товариществолары аша санкцияларҙы ашаҡлай алыуы тураһында хәбәр итә[24].

2022 йылдың 24 февраленән Канада санкциялары аҫтында[25]. 2022 йылдың 13 апреленән Швейцария санкция иғлан итә. 2020 йылдың 24 июненән Австралия, 2022 йылдың 8 мартынан Япония сакциялары аҫтында.

2021 йылдың 24 июненән Украина, 2022 йылдың 5 апреленән Яңы Зеландия санкциялары аҫтында.

Ғаиләһе

Беренсе ҡатыны Ирина Харанен — фин гражданы, Anirina OY (Хельсинки) фирмаһы генераль директоры, «Николь» (Санкт-Петербург) фирмаһының идарасы директоры[26].

Тәүге никахынан ике улы[2] — Ротенберг Роман Борисович, 2011 йылдың майынан СКА (Санкт-Петербург) хоккей клубының маркетинг һәм бизнес үҫеше буйынса вице-президенты[27] и первый вице-президент ФХР с декабря 2014 года[28], «Телеспорт» маркетинг агентлығы (РФС-тың рәсми партнёры) акцияларының 80 %-на эйә[29], уға тиклем «Газпром Экспорт» тышҡы коммуникациялар идаралығында эшләне[30]; һәм кесе Ротенберг Борис Борисович (1986 йылғы) — футболсы.

Икенсе ҡатыны — Ротенберг Карина Юрьевна (ҡыҙ фамилияһы Гапчук). Санкт-Петербургта тыуған, Халыҡ Ополчениеһы проспектындағы 248-се инглиз гимназияһында уҡыған. 1993 йылда ғаиләһе менән даими йәшәргә АҠШ-ҡа китә. Атлантала университетта уҡый, халыҡ-ара бизнес һәм маркетингты өйрәнә, Master of Business Administration (МВА) исеменә эйә була. Борис Ротенберг менән 2008 йылдың авгусында 29 йәшендә таныша, 2009 йылдың 2 авгусында Санкт-Петербургтағы Спас-Преображенский соборында никахлашалар. Игеҙәктәр Дани һәм Софияның, шулай уҡ Леонаның әсәһе. Аттар һәм берәҙәк эттәргә ярҙам итеү менән мауыға, Мәскәү Ат спорты Федерацияһы башлығы[1].

Бористың өлкән ағаһы һәм компаньоны — Ротенберг Аркадий Романович. Уның улдары: Ротенберг Игорь Аркадьевич (1973 йылғы) — «Теплоэнергетическая компания Мосэнерго» ААЙ-ының директорҙар советы рәйесе[9], Ротенберг Павел Аркадьевич (2000 йылғы) — хоккейсы[31][32].

Байлығы

2010 йылдан башлап Forbes журналы рейтингына инә, 700 млн АҠШ долларына тиң байлығы буйынса 100-сө урында тора. 2011 йылда, 550 млн $ байлығы менән, «Рәсәйҙең иң бай бизнесмендары» рейтингында 170-се урын биләй.

2015 йылда, 1,5 млрд $ байлығы менән, рейтингтағы үҙенең позицияһын тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе[2].

Финанс журналы мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылғы Рәсәй миллиардерҙары Рейтингында, АҠШ 930 млн доллар байлығы менән, 81-се урын биләй[33].

Төп резиденциялары Мәскәүҙә һәм Монакола[1]. «Новая газета» һәм «Трансперенси Интернешнл — Рәсәй» мәғлүмәттәре буйынса, Ротенберг һәм уның ҡатынының АҠШ-та дөйөм хаҡы 4,5 млн долларға тиң фатирҙары һәм виллалары бар, ләкин улар, Ротенбергҡа ҡарата иғлан ителгән шәхсән санкциялар арҡаһында бикләнгән[34].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • IV дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены (12 октябрь, 2022) — физик культураны үҫтереүгә һәм ватан спортын популярлаштырыуға индергән өлөшө өсөн[35].
  • Александр Невский ордены (11 ноябрь, 2019) — физик культураны һәм спортты үҫтереүҙә өлгәшкән ҡаҙаныштары, әүҙем йәмәғәтселек эшмәкәрлеге өсөн[36].
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Ксения Соловьёва. Карина Ротенберг — о муже Борисе, лошадях и собаках из приютов Архивная копия от 26 июль 2016 на Wayback Machine "Tatler", 25.07.2016
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 Справка Борис Ротенберг в рейтинге Forbes.
  3. Статья Борис Ротенберг в справочнике Ведомости.
  4. 1 2 3 4 5 6 Дзюдо: Своих не бросают // Роман Шлейнов, Новая Газета, № 68 от 29 июня 2009 года.
  5. С Путиным на татами // Борис Титов, Известия, 25.04.2007.
  6. Если враг оказался друг // Андрей Цыганов, Дмитрий Маракулин. Газета «Коммерсантъ», № 135 (3219) от 23.07.2005
  7. Человек недели: Аркадий Ротенберг, Борис Ротенберг // Мария Рожкова, Ведомости, 19.04.2010, № 69 (2587).
  8. 1 2 Путин. Итоги. 10 лет: независимый экспертный доклад.
  9. 1 2 Ротенберги приобрели долю в подрядчике «РусГидро» Архивная копия от 21 ғинуар 2016 на Wayback Machine // Газета «РБК daily» от 25.07.2012
  10. Профиль Ротенберга на сайте SMP Racing. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 2 февраль 2014 года.
  11. Протокол квалификации 24 часов Дейтоны 2014 года (ингл.). imsa.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2014. Архивировано 5 март 2016 года.
  12. Руководство футбольного клуба «Динамо» Москва Ротенберг Борис Романович Президент, Исполнительный директор // , «Динамо» (Москва), 18 сентября 2013 года.
  13. Футбольный клуб Динамо Москва :: Борис Ротенберг покидает пост президента. fcdynamo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2015. Архивировано 21 ғинуар 2021 года.
  14. США ввели санкции против близких к Путину олигархов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2014. Архивировано из оригинала 20 март 2014 года.
  15. Тимченко и Ротенберг видят в санкциях США признание своих заслуг перед Россией, Интерфакс (20 март 2014). 20 март 2014 тикшерелгән.
  16. «Газпром бурение» назвало реальных владельцев: двое Ротенбергов и Замятин Архивная копия от 5 ғинуар 2022 на Wayback Machine NEWSru.com, 13.01.2018
  17. Великобритания вводит санкции против Тимченко, Ротенбергов и пяти российских банков Архивная копия от 22 февраль 2022 на Wayback Machine // novayagazeta.ru, 22 февраля 2022
  18. Британия ввела санкции против Ротенбергов, Тимченко и пяти российских банков Архивная копия от 22 февраль 2022 на Wayback Machine // bbc.com, 22 февраля 2022
  19. CONSOLIDATED LIST OF FINANCIAL SANCTIONS TARGETS IN THE UK Архивная копия от 22 февраль 2022 на Wayback Machine // gov.uk
  20. FACT SHEET: The United States Continues to Target Russian Oligarchs Enabling Putin’s War of Choice (билдәһеҙ). The White House (3 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2022. Архивировано 3 март 2022 года.
  21. Япония ввела новые санкции против России и Белоруссии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2022. Архивировано 8 март 2022 года.
  22. Евросоюз ввел санкции против владельца «Сочи» Ротенберга Архивная копия от 13 апрель 2022 на Wayback Machine // sports.ru, 8 апреля 2022
  23. Official Journal of the European Union Архивная копия от 14 апрель 2022 на Wayback Machine // eur-lex.europa.eu, 8 апреля 2022
  24. Ротенберги обходили санкции, используя лазейку в британских законах (6 август 2022).
  25. Canada Gazette, Part 2, Volume 156, Number 6: Regulations Amending the Special Economic Measures (Russia) Regulations
  26. [https://novayagazeta.ru/amp/articles/2010/02/08/4803-letuchiy-laplandets Летучий лапландец. Финские компании Бориса Ротенберга] // Роман Шлейнов, Новая газета, № 13 от 8 февраля 2010 года.
  27. СКА 2012 йылдың 29 декабрь көнөндә архивланған.
  28. Роман Ротенберг назначен первым вице-президентом ФХР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2014. Архивировано 5 ғинуар 2022 года.
  29. Роман Ротенберг приобрел 80 % акций маркетингового агентства «Телеспорт», официального партнера РФС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2014. Архивировано 5 ғинуар 2022 года.
  30. Родственный бизнес. Часть 7. Председатель правительства Владимир Путин // Роман Шлейнов, Новая Газета, № 08 от 28 Января 2009 года.
  31. Павел Ротенберг вошел в расширенный состав юниорской сборной России (U-16). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2015. Архивировано 5 ғинуар 2022 года.
  32. * Путин передал акции «Башкирской содовой компании» фирме бывшего бизнес-партнёра Ротенбергов
  33. Рейтинг российских миллиардеров 2010 // Журнал Финанс, № 5-6 (336—337) 15.02-28.02.2010.
  34. У Бориса Ротенберга и его супруги нашлись особняки в США, заброшенные из-за санкций. Новая газета - Novayagazeta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2019. Архивировано 5 ғинуар 2022 года.
  35. Указ Президента Российской Федерации от 12.10.2022 № 732 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  36. Указ Президента Российской Федерации от 11 ноября 2019 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2019. Архивировано 28 июнь 2020 года.

Тема буйынса өҫтәмә