Шәйхетдинов Руслан Рәмил улы

Руслан Рәмил улы Шәйхетдинов (рус. Шайхитдинов, Руслан Рамильевич) (1974 йылдың 17 июле, Өфө) — музыка продюсеры, диджей, клавишсы, бас-гитарасы, Өфө ҡалаһында электрон музыка сценаһының башлап ебәреүселәренең береһе. DJ Север псевдонимы менән танылған. Musume һәм AY YOLA музыкаль проекттарының авторы һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусы.[1]

Биографияһы

1990-сы йылдар уртаһында DJ Север сәхнә псевдонимы менән диджейлыҡ эшмәкәрлеген башлай. Авиация институтын тамамлай, әммә артабан һөнәри эшмәкәрлеген музыка менән бәйләй. Бала сағында скрипкала уйнарға өйрәнә. «Север» псевдонимы коммерция радиостанцияһында эшләгән осорҙа барлыҡҡа килә һәм ваҡыт үтеү менән уның сәхнә исеме булараҡ нығына.

2005 йылда музыкаль карьераһының башланғыс осорона арналған интервью бирә; ул ваҡытта DJ Север башлыса Өфө ҡалаһының клуб мәҙәниәте даирәһендә билдәле була. Ошо йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Ночной город» клубының резиденты була, даими рәүештә диджей-сеттар менән сығыш яһай.

Һуңыраҡ Мәскәү клубтарында эшләй, Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәрҙә була, шулай уҡ Германия һәм Турция ҡалаларында сығыш яһай. Бер нисә музыкаль альбом сығара: Speed garage (1997), Clubheadz (1998), Новая музыка (1999), New disco (2000).

At Night альбомы Шайхитдиновтың тәүге киң күләмле электрон проекты була; унда ул диджей ғына түгел, ә музыкант булараҡ та сығыш яһай. 14 тректан торған альбом Рәсәй буйынса таратыла.

Радио карьераһын «Башҡортостан» радиоканалында үҙенең «Динамичные танцы» программаһы менән башлай. Артабан «Серебряный дождь» каналында «Новая музыка» тапшырыуын алып бара. Мәскәүҙә Clubmix программаһында ҡатнаша.

Иң билдәле проекты — «Максимум» радиоһында барған ике сәғәтлек «Электрошок» шоуы, унда Deadmau5, Avicii, Eric Prydz, The Prodigy кеүек донъя йондоҙҙары ҡатнаша.

2002 йылдан алып Шәйхетдинов композитор һәм продюсер булараҡ студия эшмәкәрлегенә тотона. DJ Splash, Uplifto, Сергей Пименов кеүек музыканттар менән бергә эшләй. Electronic Love исемле трек ул ваҡыттағы BBC Radio 1 эфирында яңғырай.

Musume

2010 йылдарҙа ул ҡыҙы Адел Шәйхетдинова менән бергә Musume дуэтын булдыра. Проектта шулай уҡ Thomas Mraz, Наадя, Why Berry кеүек башҡарыусылар ҡатнаша. 2019 йылда My Love альбомы сыға. Дуэт ТНТ телеканалының «Песни» проектында ҡатнаша.

AY YOLA

undefined

2024 йылда Руслан Шәйхетдинов курайсы һәм өзләүсе Ринат Рамаҙанов, ҡыҙы Адел менән бергә AY YOLA төркөмөн ойоштора. Проектта башҡорт халыҡ музыкаһы менән заманса электрон музыка бергә ҡушыла. 2025 йылда Ural-Batyr исемле дебют альбомы сыға, ул башҡорт эпосы мотивтарына нигеҙләнә.

2025 йылдың мартында Homay трекы донъя кимәлендә танылыу яулай — ул Shazam донъя хит-парадының беренсе урынына күтәрелә. Уңыш нигеҙендә социаль селтәрҙәрҙәге киң таралыу һәм милли тематиканың тыңлаусылар күңеленә үтеп инеүе ята. Башҡа билдәле йырҙар: Batyr, Yola, Ugez, Tugan Tel. AY YOLA төркөмө халыҡ-ара фестивалдәрҙә сығыш яһай, гастролдәр ойоштора.[2][3]

Мәҙәниәткә ҙур өлөш индергәне һәм ижадында ҙур уңыштары өсөн Руслан менән Адель Шәйхетдиноваға (атаһы һәм ҡыҙы) «Башҡортостандың атҡаҙанған артистары» тигән маҡтаулы исем бирелә. Уларҙың төркөм буйынса коллегаһы Ринат Рамаҙанов юғары наградаға — «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ була.[4]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 2026 йылдың февраленән — Башҡортостан Республикаһы мәәҙәниәт министры кәңәшсеһе (йәмәғәт башланғысында)[5].

Шәхси тормошо

Руслан Шәйхетдиновтың шәхси тормошо тураһында мәғлүмәт аҙ. Уның ҡатыны Людмила, ҡыҙы Адел (2000 йылғы) — йырсы һәм проекттарҙа автор. Ул Мәскәүҙә рус телле мөхиттә үҫһә лә, туған телде һаҡлау маҡсатында, башҡорт телен үҙләштерә һәм башҡортса йырлай. Руслан уның ижади үҫешен әүҙем яҡлай.[2]

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Йәш сағында ҡыҫҡа тулҡынлы радиоспорт менән мауыға, позывнойы — UA9WVE.
  • Уның ағаһы — джаз скрипкасыһы, джаз буйынса донъя энциклопедияһына ингән.
  • AY YOLA төркөмө рекламаһыҙ киң танылыу яулай алған.[2]

Дискография

Musume составында:

  • 2019 — My Love

AY YOLA составында:

  • 2025 — Ural-Batyr (альбом)
  • 2025 — Batyr (сингл)
  • 2025 — Homay (сингл)
  • 2025 — Yola (сингл)
  • 2025 — Ugez (сингл)
  • 2025 — Tugan Tel (сингл)[2]

Иҫкәрмәләр

  1. AY YOLA Members Profile and Facts. ProFiles.
  2. 1 2 3 4 Татьяна Бабичева. Руслан Шайхитдинов DJ Ruslan Sever. 24СМИ.
  3. «Не ожидали такого взлета». Автор Homay – как башкирский эпос стал хитом. Аргументы и Факты.
  4. Участники группы AY YOLA стали народными и заслуженными артистами Башкортостана – их хит Homay попал в мировые чарты. Бизнес ONLINE (4 апрель 2025).
  5. Лейла Аралбаева. В Уфе представили советников министра культуры Башкирии. ИА «Башинформ» (8 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2026. (рус.)