Ураҙғолов Рәлис Ришат улы

Рәлис Ришат улы Ураҙғолов (рус. Ралис Ришатович Уразгулов; 1965 йылдың 10 ғинуары, Иҫке Муса ауылы, Башҡорт АССР-ы — 2024 йылдың 24 декабре, Иҫке Муса ауылы, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй журналисы һәм яҙыусыһы. «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәрендә һәм «Ағиҙел» журналында эшләгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995)[1].

Биографияһы

1965 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында тыуған. 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1985—1987 йылдарҙа тыуған ауылындағы мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән[1].

1992 йылдан «Хеҙмәт даны» район гәзитендә эшләгән, 1993 йылдың мартынан уның бүлеген етәкләгән. 1993 йылдың декабренән 2000 йылға тиклем «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәре булған, 1994 йылдан бүлек мөдире вазифаһын биләгән. 2000—2006 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитендә, 2006—2007 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында эшләгән. 2007 йылда «Башҡортостан» гәзитенә кире ҡайтҡан[1].

1993 йылдан Журналистар союзы, 2002 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы булған[1]. 2024 йылдың 24 декабрендә уның вафаты тураһында хәбәр ителгән[2].

Ижады

Иҡтисад, экология һәм йәмғиәт тормошо тураһында публицистик мәҡәләләр һәм очерктар яҙған. «Бормалы яҙмыштар» хикәйәләр йыйынтығы 2004 йылда, «Аслыҡ» романы 2008 йылда баҫылған[1]. «Һуңғы йәйләү» исемле роман, повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы 2023 йылда «Китап» нәшриәтендә донъя күргән[3].

2025 йылдың декабрендә «Йәшлек» гәзите «Һуңғы йәйләү» романын баҫҡан[4].

Һайланма әҫәрҙәре

  • Бормалы яҙмыштар: хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2004[1].
  • Аслыҡ: роман. — 2008[1].
  • Эй ғүмер юлдары…: повесть, хикәйәләр. — Өфө, 2015[1].
  • Һуңғы йәйләү: роман, повесть, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2023. — 255 бит. — ISBN 978-5-295-07865-1[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Уразгулов Ралис Ришатович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2026.
  2. ↑ Лейла Аралбаева. В Башкирии умер писатель и журналист Ралис Уразгулов. Башинформ (24 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2026.
  3. ↑ 1 2 Һуңғы йәйләү: роман, повесть, хикәйәләр (башҡ.). Google Books. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2026.
  4. ↑ Һуңғы йәйләү (роман) (башҡ.). «Йәшлек» гәзите (9 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2026.

Әҙәбиәт

  • Баимов Р. Н., Гареева Г. Н., Тимергалина Р. Х. Писатели земли башкирской. — Өфө: Китап, 2006. — 387-се бит.