Сәлимгәрәева Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы
Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы Сәлимгәрәева (рус. Салимгареева, Рамиля Миннигалеевна; 1950 йылдың 5 июне, Хөсәйен, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет, Рәсәй театр һәм кино актёры, 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).
Биографияһы
1950 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Иҫке Хөсәйен (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Хөсәйен) ауылында тыуған.
1972 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Сибай драма театрында (1991 йылдан — Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры) эшләй, 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында актёр булып хеҙмәт итә.
Комедия жанры артисы. Милли йәштәр театрында уның яҙған пьесаһы буйынса «Ғүмерҙәрем — ҡалҡып килгән ҡояш» (2008) спектакле ҡуйыла.
Ижады
Сибай драма театрындағы ролдәре: Вәлимә («Һыу юлы» — Н. Асанбаев; дебют, 1972), Луиза («Мәкер һәм мөхәббәт» — Ф. Шиллер), Ғәзизә («Ғәзизәкәй балдыҙ» — Р. Сафин), Шәмсиә («Ҡоҙаса» — Б. Бикбай һәм З. Исмәғилев), Диләфрүз («Диләфрүзгә дүрт кейәү» — Т. Миңнуллин);
Милли йәштәр театрындағы ролдәре — Мәстүрә («Ауылға ҡыҙҙар килде» — Н. Ғәйетбай), Унғанбикә («Ҡыҙ урлау» — М. Кәрим), Әсә («Дала ҡиссаһы» — Ф. Бүләков), Өләсәй («Беҙҙең өйҙөң йәме» — М. Кәрим әҫәре буйынса).
1995 йылда «Театр яҙы» республика фестивалендә «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһындағы Шәмсиә роле өсөн «Миҙгелдең иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһына лайыҡ була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1981)
- Бәҙәр Йосопова исемендәге премия (1995)
Ғаиләһе
Айырылған. Риф Сәйфуллин менән никахта була. Балалары: улы — Азамат, бизнесмен; ҡыҙы — Айһылыу[1], скрипкасы, Рәсәйҙең атҡаҙанған коллективы, Ю. Х. Темирканов етәкселегендәге Санкт-Петербург филармонияһының Академик симфоник оркестрының беренсе скрипкалары төркөмө артисы[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе прошел бенефис народной артистки Башкортостана Рамили Салимгареевой. ИА "Башинформ" (8 ноябрь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.
- ↑ Айсылу Сайфуллина. gasorb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.