Сәйфуллин Риф Ғәли улы
Риф Ғәли улы Сәйфуллин (рус. Сайфуллин, Риф Галеевич; 1949 йылдың 4 октябре, Архангел районы, Башҡорт АССР-ы) — совет, рәсәй театр һәм кино актёры. Сибай башҡорт драма театры артисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2022)[1]. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988). 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
Биографияһы
1949 йылдың 4 октябрендә Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Архангел районының Муллаҡай ауылында тыуған.
1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ғ. Ғ. Ғиләжев, Ф. Ҡ. Ҡасимова курсы).
Юғары уҡыу йортон тамамлағас (1973), Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында актёр булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1993 йылда үҙен режиссёр булараҡ һынай — Ғ. Исхаҡовтың «Һайра, һандуғасым!» әҫәрен сәхнәләштерә Г.Исхакова.
А. Вампиловтың «Төбәктә булған мәҙәктәр», В. Жеребцовтың «Подъезд № 2», М. Задорновтың «Һуңғы ынтылыш» әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.
Ролдәре
1972 йылда Ә. Мирзаһитовтың «Бахтегәрәй» спектаклендәге Сэр Маклой роле Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендәге дебюты була. Репертуарында бик күп ролдәр бар, шул иҫәптән:
- Яппар — «Ҡоҙаса», Б. Бикбай һәм З. Ғ. Исмағилев;
- Иҫәнгилде — «Аҡмулланың аҡ төндәре», Н. Ғәйетбаев;
- Баязит — «Бәхеткә ҡасҡандар», Т. Ғарипова;
- Калошин — «Төбәктә булған мәҙәктәр», А. Вампилов;
- Кочкарёв — «Өйләнеү», Н. Гоголь;
- Фердинанд — «Мәкер һәм мөхәббәт», Ф. Шиллер;
- Дон Жуан — «Дон Жуан», Ж.-Б. Мольер;
- Гамир — «Марс тамғаһы аҫтында», Р. Хәмид;
- Леонтий Соколик — «Ғәйеплеләр», А. Арбузов;
- Минзаһит — «Әллүки», Р. Хәмид;
- Уҡытыусы Туҡтаров — «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш», Т. Миңнуллин;
- Урмансы Әртерәй — «Ҡыр ҡаҙҙары», Р. Сафин;
- Шаһтимер — «Аҡ калфаҡ», М. Фәйзи;
- Назар — «Шайтан нәҫеле», Ғ. Мөхтәров;
- Кәрим бай — «Башмағым», Х. Ибраһимов;
- Хатмулла — «Таштуғай», Ф. Бүләков;
- Һатыбал — «Ҡартаямы ни һуң йөрәк», Н. Ғәйетбаев;
- Исмәғил — «Диләфрүзгә дүрт кейәү», Т. Миңнуллин;
- Поручик Зенкевич — «Утлы ҡойон», Ә. Мирзаһитов[2][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988);
- Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2022)[4];
- Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре берлегенең Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге премияһы лауреаты;
- Бөтә Союз ижади йәштәр смотры лауреаты (1977);
- «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы (2024).
Ғаиләһе
Айырылған. Рәмилә Сәлимгәрәева менән никахта була. Балалары: улы — Азамат, бизнесмен; ҡыҙы — Айһылыу[5], скрипкасы, Рәсәйҙең атҡаҙанған коллективы, Ю. Х. Темирканов етәкселегендәге Санкт-Петербург филармонияһының Академик симфоник оркестрының беренсе скрипкалары төркөмө артисы[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 15.07.2022 № 456 "О награждении государственными наградами Российской Федерации". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022. Архивировано 15 июль 2022 года.
- ↑ Сайфуллин Риф Галеевич. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.
- ↑ Сибайский государственный театр. sibaidramteatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 15 июля 2022 года № 456 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022. Архивировано 15 июль 2022 года.
- ↑ В Уфе прошел бенефис народной артистки Башкортостана Рамили Салимгареевой. ИА "Башинформ" (8 ноябрь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.
- ↑ Айсылу Сайфуллина. gasorb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.
Һылтанмалар
- Сәйфуллин Риф Ғәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Риф Сайфуллин