Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы
Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина (рус. Рашида Гильметдиновна Туйсина; 1942 йылдың 10 майы, Сыңғыҙ ауылы, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт бейеүсеһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974), Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке солисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1974), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
Биографияһы
1942 йылдың 10 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.
Рәшиҙә 1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләгән сағында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғлан ишетә. Конкурста үҙе яратып бейегән "Заһиҙа"ны башҡара. Ансамбль етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеүе сәнғәтенең ынйыһы буласағын төҫмөрләп ҡала һәм ансамблгә саҡыра. Шунан бирле ошо танылған коллективта оҙаҡ йылдар эшләп, дан һәм шөһрәт ҡаҙанып ҡына ҡалмай, ә башҡорт бейеү сәнғәтен донъя кимәленә күтәрә.
Бейеүсенең репертуарында «Заһиҙа», «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ», «Шаян ҡыҙҙар» һ.б. бейеүҙәр бар.
1968 йылда Рәшиҙә Туйсина ире Әнүәр Ишбирҙин һәм Салауат Дәүләтбаев менән Софияла Йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша. Фестивалдән бейеүсе алтын миҙал алып ҡайта. Шул уҡ йылда уға Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелә[1][2].
Мәскәүҙең Кремль һарайы, Франция, Һиндостан, Испания, Германия, Швеция, Пакистан, Финляндия һәм башҡа илдәр тамашасылары алҡышлай.
Башҡорт бейеү сәнғәтен юғары кимәлгә күтәргәне өсөн Рәшиҙә Туйсинаға Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1978);
- Йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә донъя фестиваленең (София) алтын миҙалы (1968);
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1968);
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1974);
- Салауат Юлаев ордены (2012).
Ғаиләһе
- Тормош иптәше — Ишбирҙин Әнүәр Ғайса улы (1940), бейеүсе, ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1976)[4];
- Улы — Хәлил Ишбирҙин (1963), совет һәм Рәсәй бейеүсеһе, балетмейстер, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989), Башҡортостандың халыҡ артисы (2025);
- Килене — Римма Нәҙерша ҡыҙы Ишбирҙина (? — 2018), бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Хәлил Ишбирҙин менән бергә Стәрлетамаҡ бейеү театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[5];
- Ейәне — Фәрхәд Ишбирҙин, музыкант, саксофонсы[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Хәйбулла хәбәрҙәре» Рәшиҙә Туйсинаға — 80 йәш
- ↑ «Башҡортостан» гәзите «Ихласлыҡтыр уның асылы» (Башҡорт бейеүе алиһәһе күркәм юбилейын билдәләй)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы /_Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы
- ↑ Известные люди Баймакского района // Ишбердин Анвар Айсович. baimaklib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ В Стерлитамаке скончалась заслуженная артистка РБ Римма Ишбердина. kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Фархад Ишбердин. jazzclubufa.com/. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
Һылтанмалар
- Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 май 2022)
- «Башҡортостан» гәзите «Ихласлыҡтыр уның асылы» (Башҡорт бейеүе алиһәһе күркәм юбилейын билдәләй)
- Башкортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы 2007 йылдың 22 октябрь көнөндә архивланған.
- «Бельские просторы» журналы
- Бейей-бейей донъя яуланы(недоступная ссылка)