Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы
Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров (рус. Файзи Адгамович Гаскаров; 1912 йылдың 21 октябре, Бөрө ҡалаһы, Өфө губернаһы — 1984 йылдың 18 июне, Өфө[1][2]) — совет башҡорт бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер. Башҡорт профессиональ хореография сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955), Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты (1967)[3].
Биографияһы
Бала сағы һәм үҫмер йылдары
Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров 1912 йылдың 21 октябрендә Өфө губернаһы Бөрө ҡалаһында тыуған[1][2][4].
Граждандар һуғышы осоронда ата-әсәһен юғалта. 1919 йылдан Бөрө, Смоленск өлкәһенең Дорогобуж ҡалаһы балалар йорттарында һәм Бөрө районы Селиванов хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. 1924 йылда Бөрө педагогия техникумына уҡырға инә. 1925 йылда Фәйзи Ғәскәров Башҡорт академия драма театрының оркестрында һәм бейеү ансамблендә уҡыусы була, шул уҡ ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһының музыка бүлегендә уҡый.
В. Ғ. Мортазин-Иманскийҙың тәҡдиме буйынса, СССР-ҙың Ҙур театры ҡарамағындағы хореография училищеһына (СССР-ҙың халыҡ артисы И. А. Моисеев класы) уҡырға инә.
Ижади эшмәкәрлеге
1939 йылдан 1970 йылға тиклем өҙөклөктәр менән Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе булып эшләй[3][5]. «Зарифа» (1939), «Башҡорт казактары бейеүе», «Байрам», «Өс туған», «Бесәнселәр», «Ете ҡыҙ» һәм башҡа бейеүҙәр һала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғәмәлдәге армия һәм флот частарына, шул иҫәптән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына концерттар менән командировкаларға сығып тора. Һуғыш осоронда ул дүрт тапҡыр фронтҡа барып, Сталинград һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында була[6][7]. 1942 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙарынан һәм командирҙарынан үҙешмәкәр ансамбль ойоштора, шулай уҡ уның командиры М. Шайморатов менән шәхсән осраша[8][6].
1945 йылдан — Татар АССР-ының Йыр һәм бейеү ансамбле (рус.)баш. балетмейстеры һәм баш балетмейстеры (Ҡазан ҡалаһы). 1945—1951 йылдарҙа шулай уҡ Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театрының балетмейстеры. Уның етәкселегендә татар бейеүселәре быуыны үҫеп сыға[9].
Хеҙмәттәре
- Гаскаров, Файзи Адгамович. Башкирские танцы. — Уфа: Башкнигоиздат, 1958. — 183 с.
Вафаты
1984 йылдың 18 июнендә Өфөлә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Почёт Билдәһе» ордены (1967);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944);
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967)[3].
Хәтер
- 1988 йылда Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә (2016 йылдан - академик атамаһы өҫтәлә) Фәйзи Ғәскәров исеме бирелә[3].
- 2012 йылда Өфөнөң Киров районындағы бер урамға исеме ҡушыла.
- 2019 йылда «За кулисами танца. Файзи Гаскаров в документах и воспоминаниях дочери» тип аталған китап-альбом нәшер ителә[10].
- 2020 йылда Өфөләге 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе бинаһында балетмейстер һүрәте төшөрөлгән мурал барлыҡҡа килә[11].
- 2022 йылдың октябрендә Өфөлә Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған гала-концерт үтә[12][13].
- Хореограф иҫтәлегенә бейеү фестивалдәре үткәрелә. Улар араһында — Фәйзи Ғәскәров исемендәге хореография коллективтары фестиваль-конкурсы (2025 йылда Өфөлә, 2026 йылда Мәләүездә үтә)[14][15][16], шулай уҡ Ғәскәров ансамбле ойошторған «Бейеү — халыҡ йәне» балалар хореография фестивале (2026, Өфө)[17].
- «Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залы» проекты сиктәрендә ансамбль бейеүҙәренең цифрлы яҙмалары тәҡдим ителә[18][19].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Век танцующего гения: к 100-летию со дня рождения Файзи Гаскарова. Башинформ (21 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 Гаскаров Файзи Адгамович. Татарская государственная филармония имени Габдуллы Тукая. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Файзи Гаскаров: «Я не могу жить без танца!» Комсомольская правда Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Биография на официальном сайте Государственного академического ансамбля народного танца имени Файзи Гаскарова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 «Выступали во время бомбежки»: внучка Файзи Гаскарова рассказала о концертах ансамбля на войне. Bash.News. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Внучка Файзи Гаскарова: «Дед был очень строгим, но справедливым». Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ На страже Отечества и искусства. Файзи Гаскаров. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Файзи Гаскаров. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 В Уфе состоялась презентация книги о выдающемся башкирском хореографе Файзи Гаскарове. culture.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ В Дёмском районе Уфы появилось граффити с деятелями искусства. istokirb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 110-летие со дня рождения Файзи Гаскарова отметили гала-концертом. vatandash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Гала-концерт «К 110-летию со дня рождения Ф. Гаскарова». poufe.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ В Уфе назвали победителей Международного конкурса имени Файзи Гаскарова. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ В Уфе прошел Международный конкурс имени Файзи Гаскарова. bsau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ «Ирандык» из Баймака – обладатели Гран-при Межрегионального фестиваля ансамблей народного танца на приз имени Ф. Гаскарова. rcntrb.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ В Уфе Ансамбль Гаскарова организует Детский хореографический фестиваль. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Сольный концерт ГААНТ им. Фаизи Гаскарова «Танцы народов мира». mediacult.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 18 декабря. Виртуальный концертный зал. Цифровой концерт «Греция. Мифы и музыка. От эпохи античной музыки до наших дней». kemrsl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
Әҙәбиәт
- Дмитрий Ефремов. В его танцах — душа народа. (К 110-летию со дня рождения Файзи Гаскарова). Журнал Ватандаш, октябрь 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2023)
- Башкирский государственный ансамбль народного танца: Альбом. Текст Е. Варламовой. Сост. А. Фахрутдинов. — Уфа, 1978.
- Саитов С. Башкирская государственная филармония. — М.-Л., 1969.
- Хайруллин Р. Башкирский государственный ансамбль народного танца. — Уфа, 1966.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 38 с. ISBN 5-295-02294-3.
- Саитов С. С. (авт.-сост.). Файзи Гаскаров. Жизнь и творчество. — Уфа: Китап, 2012.