Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы

Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы (24 октябрь 1925 йыл — 13 декабрь 1998 йыл) — театр актёры, йырсы (меццо-сопрано). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972).

Биографияһы

Рәшиҙә (икенсе исеме Мәҙкүрә) Сәмиғулла ҡыҙы Әхмәҙиева 1925 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Ишәле ауылында (Башҡортостандың Мәсетле районы) тыуған.

1943 йылдан алып Ҡыйғы колхоз-совхоз театрында актриса булып хеҙмәт итә. 1952 йылдан — Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә йырсы (ҡара: Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1962—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы[1].

Төп ролдәре

Ҡыйғы колхоз-совхоз театрындағы төп ролдәре: Ғәлимә (Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Ғайнан Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың шул уҡ исемле әҫәре), Сажиҙә («Зимагорҙар») һәм Фәхри («Һаҡмар»; икеһе лә — Сәғит Мифтахов), Сәрүәр («Башмағым»), Таңсулпан (Ҡадир Даяндың шул уҡ исемле драмаһы) һәм башҡалар.

Опера һәм балет театрындағы төп партиялары: Ирғәле («Шәүрә»), Талли («Аршин мал алан», У. А. Ғаджибәков) һәм башҡалар[1].

Башҡорт халыҡ йырҙарын, айырыуса оҙон көйҙәрҙе («Ғилмияза», «Ҡолой кантон», «Таштуғай», «Һандуғас»), бик оҫта һәм нәзәкәтле башҡара. Матур тембрлы йомшаҡ тауышҡа, сәхнә һөйкөмлөлөгөнә эйә була.