СССР олимпия комитеты
СССР олимпия комитеты — Халыҡ-ара олимпия хәрәкәтендә Совет Социалистик Республикалар Союзы исеменән сығыш яһаған ойошма, СССР-ҙың милли олимпия комитеты (МОК). Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан 1951 йылдың 7 майында 46-сы сессияла таныла һәм СССР йыйылма командаһына Олимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт ителә[1]. Олимпия комитеты 1951 йылда ойошторола һәм 1992 йылда бөтөрөлә (1911—1917 йылдарҙа һәм 1992 йылдан Рәсәй Олимпия комитеты эшләй)[2].
Тарихы
СССР спорт ойошмаларын халыҡ-ара берләшмәгә индереү 1946 йылда уҡ башлана. Халыҡ-ара спорт федерациялары футбол һәм ауыр атлетика буйынса Бөтә Союз секциялары беренсе булып ағза итеп алана. СССР Олимпия комитеты ойошторолған мәлгә совет спортсылары 20-гә яҡын халыҡ-ара спорт федерацияларында тора. Шуға ҡарамаҫтан, совет спортсылары олимпия спорт төрҙәре буйынса Халыҡ-ара физкультура федерацияһына инһә лә, илдә милли олимпия комитеты булмау сәбәпле, улар Олимпия уйындарында ҡатнаша алмай.
Шуға күрә, оҙайлы фекер алышыуҙарҙан һуң СССР-ҙың милли олимпия комитетын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. СССР милли олимпия комитеты 1951 йылдың 23 апрелендә халыҡ-ара олимпия хәрәкәтендә совет спортын күрһәтеүсе тәүге һәм берҙән-бер йәмәғәт ойошмаһы булараҡ ойошторола. 1951 йылдан 1975 йылға тиклем СССР милли олимпия комитетының беренсе рәйесе булып Константин Андрианов эшләй[3].
1951 йылдың 7 майында Халыҡ-ара олимпия комитетының 45-се сессияһы СССР олимпия комитетын таныу тураһында ҡарар сығара, ул ваҡытта 53 илдең милли олимпия комитеты ағза булып тора[4]. Ошо уҡ сессияла СССР-ҙан Халыҡ-ара олимпия комитеты составына СССР Милли олимпия комитетының ғәмәлдәге рәйесе Константин Андрианов һайлана.
СССР милли олимпия комитеты дүрт йылға һайлана, ә уның юғары органы булып пленум тора, ул йылына кәмендә бер тапҡыр саҡырыла.
СССР Милли олимпия комитеты булдырылғандан һуң күп тә үтмәй, совет спортсылары Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр ҡатнаша. Уларҙың тәүге сығышы 1952 йылда Хельсинкиҙа үткән XV Олимпия уйындарында ҙур уңыш килтерә. Улар 22 алтын, 30 көмөш һәм 19 бронза миҙал (бөтәһе 71 миҙал) ала һәм рәсми булмаған команда иҫәбендә АҠШ спортсылары менән бер үк мәрәй йыя — 494. Диск ырғытыусы Нина Ромашкова (Пономарёва) совет спорты тарихында беренсе булып олимпия алтын миҙалын яулай[5].
СССР Олимпия комитеты булдырылыуы һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылыуы совет спортсыларына 1952 йылдан алып 1991 йылға тиклем бөтә Олимпия уйындарында ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Берҙән-бер иҫкәрмә булып 1984 йылда Советтар Союзы бойкотлаған Лос-Анджелеста үткән XXIII Олимпия уйындары тора. Шулай итеп, СССР вәкилдәре 9 йәйге һәм 9 ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша.
СССР Милли олимпия комитеты 1980 йылда Мәскәүҙә үткән йәйге Олимпия уйындарын ойоштороусы була[6].
СССР-ҙың Олимпия комитеты, 1991 йылдың декабрендә СССР тарҡалғандан һуң, 1992 йылдың 12 мартында эшмәкәрлеген туҡтата. 1992 йылда элекке СССР спортсылары олимпия флагы аҫтында БДБ илдәренең берләшкән командаһы менән Барселоналағы 1992 йылғы йәйге Олимпиадала һәм Альбервилдағы 1992 йылғы ҡышҡы Олимпиадала ҡатнаша.
СССР Милли олимпия комитеты рәйестәре
| ФИО | Йәшәгән йылдары | Эшләү осоро |
|---|---|---|
| Константин Александрович Андрианов | 1910—1988 | 1951—1977 |
| Сергей Павлович Павлов | 1929—1993 | 1977—1983 |
| Марат Владимирович Грамов | 1927—1998 | 1983—1990 |
| Виталий Георгиевич Смирнов | род. 1935 | 1990—1992 |
СССР-ҙан Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары
| Ағза | Йәшәгән йылдары | Эш дәүере | Вазифа | СССР милли олимпия комитетында вазифа |
|---|---|---|---|---|
| Константин Андрианов | 1910—1988 | 1951—1988 | Башҡарма комитет ағзаһы (1962—1974), Халыҡ-ара олимпия комитеты вице-президенты (1966—1970) | СССР Милли олимпия комитеты рәйесе (1951—1977), СССР Милли олимпия комитеты рәйесе урынбаҫары (1977—1988) |
| Алексей Романов | 1904—1979 | 1952—1971 | ||
| Виталий Смирнов | 1935 | 1971—2015 | Башҡарма комитет ағзаһы (1974—1982), Халыҡ-ара олимпия комитетының вице-президенты (1978—1984 һәм 1986—1990) | СССР Милли олимпия комитеты рәйесе (1990—1992) |
| Марат Грамов | 1927—1998 | 1988—1992 | СССР Милли олимпия комитеты рәйесе (1983—1990) |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Олимпийский комитет СССР // Offsport. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года.
- ↑ Президент РФ поздравил Олимпийский комитет России со 100-летним юбилеем // Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года.
- ↑ 23 апреля 1951 года был образован Олимпийский комитет СССР // Пять колец над российским стадионом. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2014. Архивировано 21 февраль 2014 года.
- ↑ Второй период (1925—1952 годы) // Олимпийская история. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года.
- ↑ XV Летние Олимпийские игры 1952 года: Хельсинки // Все на старт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года.
- ↑ Олимпийские игры 1980 // Назад в СССР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года.
Һылтанмалар
- Великие традиции советских побед // официальный сайт Олимпийского комитета России
- Олимпийский комитет СССР // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
- Олимпийский комитет СССР // РИА Новости
- Руководители олимпийских комитетов в нашей стране // официальный сайт Олимпийского комитета России
- [bse.sci-lib.com/article084251.html Олимпийские игры // Большая Советская Энциклопедия]
- Одним выстрелом двух зайцев, или Почему ЧМ-1990 проводился не в СССР? // UA-Football
- Национальный олимпийский комитет СССР: события и даты