Сабиров Инсаф Сабир улы

Сабиров Инсаф Сабир улы (1922 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының орудие тоҫҡаусыһы, сержант.

Биографияһы

Инсаф Сабир улы Сабиров 1922 йылда хәҙерге Башҡортостандың Туймазы районында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан алына[2]. 112-се кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында артиллерия батареяһының танкҡа ҡаршы 45 мм орудие тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың 24 ноябрендә п дошмандың ике танкын һәм пехота менән ике автомашинаһын юҡ итә. Был ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3]

Һылтанмалар