Сабиров Хажи Сабир улы
Сабиров Хажи Сабир улы (рус. Сабиров Хази (Хазий) Сабирович 1911 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Хажи Сабир улы Сабиров 1911 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Һынны ауылында тыуа.
1942 йылда Ҡариҙел районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында орудие мастеры булып хеҙмәт итә[1].
1942 йылдың 25 ноябрендә орудие оҫтаһы гвардия сержанты Сабиров Хажи Сабир улы Обливская станцияһы районында, 1942 йылдың 15 декабрендә Поповка утары районында дошмандың бомбаға тотоуы һәм артиллерия уты аҫтында ут һыҙығында дүрт орудиены йүнәтә. Ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Сабиров Хажи Сабир улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
1943 йылдың 15 декабренән алып һуғыштар ваҡытында Сабиров Хажи Сабир улы орудиеларҙың өҙлөкһөҙ ағымдағы ремонтын, оптикаһына төҙәтеүҙәр индереүен, техник тикшереүен үткәрә. Уның тырышлығы арҡаһында батареяның шәхси составының ҡоралдары һәм орудиелар һәр саҡ төҙөк була һәм хәрби заданиеларҙы үтәүҙе тәьмин итә. Сабиров Хажи Сабир улы «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].
1945 йылдың 1 майында Бранденбург ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 4 км алыҫлыҡтағы районда немецтарҙың атакаһын кире ҡаға, һуғышта дүрт немец һалдатын юҡ итә һәм фаустары менән бергә алты дошман һалдатын әсирлеккә ала. Был батырлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Сабиров Хажи Сабир улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)(1942)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Сабиров Хази (Хазий) Сабирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Сабиров Хази Сабирович. Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)