Садиҡов Закир Садиҡ улы
Садиҡов Закир Садиҡ улы (рус. Садыков Закир Садыкович ? ― 18 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты.
Биографияһы
Садиҡов Закир Садиҡ улы хәҙерге Башҡортостандың Йәрмәкәй районының Иҫке Сүлле ауылында тыуған. Тыуыу датаһы тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Ҡыҙыл Армия сафына Йәрмәкәй районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы штабында отделение командиры булып хеҙмәт итә[1]. Хәрби званиеһы — өлкән сержант. 1943 йылдың 18 февралендә Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты һуғышта һәләк була. Белоруссияның Полесье өлкәһе Сколодин ауылында ерләнә (хәҙер Гомель өлкәһе). Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Украинаның Ворошиловград өлкәһендә (хәҙер Луганск өлкәһе) ерләнә[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовец. Садыков Закир Садыкович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Садыков Закир Садыкович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)