Садиҡов Насир Харис улы

Садиҡов Насир Харис улы (рус. Садыков Насыр Харисович) (1913 йыл — 19 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.[1]

Биографияһы

1913 йылда, хәҙерге административ бүленеш буйынса, Башҡортостандың Саҡмағош районы Байбулат ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас,Саҡмағош районы военкоматы тарафынан хәрби хеҙмәткә алына. Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында ҡылыссы булып хеҙмәт итә.[1] Һуңғы хеҙмәт иткән урыны 16-сы кавалерия дивизияһының штабы.[2]

Садиҡов Насир Харис улы 1943 йылдың 19 ноябрендә Белорусс ССР-ының Гомель өлкәһе Головки ауылында яуҙа һәләк була.[2]