Садиҡов Төхвәт Әбдрәхим улы
Садиҡов Төхвәт Әбдрәхим улы (рус. Садыков Тухват Абдрахимович ?- 18 февраль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.
Биографияһы
Садиҡов Төхвәт Әбдрәхим улы сығышы менән хәҙерге Башҡортостандың Шишмә районынан. Ҡыҙыл Армия сафына Шишмә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә[1]. Украина ерҙәрендә барған ҡыҙыу һуғышта 1943 йылдың 18 февралендә батырҙарса һәләк була. Украинаның Луганск өлкәһе Перевальск районындағы Фащеевка ҡасабаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә Садиҡов Төхвәт Әбдрәхим улы тураһында мәғлүмәттә атаһы Садиҡ тип бирелгән[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САДЫКОВ Тухват Абдрахимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Садыков Тухват Садыкович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)