Салауат тарихы

Салауат (башҡ. Салауат Рәсәйҙәге ҡала,Башҡортостан Республикаһының иң ҙур сәнәғәт үҙәктәренең береһе . Республика әһәмиәтендәге ҡала,Салауат ҡалаһы ҡала округын тәшкил итә.

Көслө сәнәғәт потенциаллы, 165 мең кеше йәшәгән Көньяҡ Башҡортостан полицентрик агломерация үҙәктәренең береһе [сығанаҡ 3341  көн күрһәтелмәгән]. Ҡалала Рәсәйҙәге берҙән бер ракеталар өсөн гептил яғыулығын етештереүсе химия предприятиеһы [3][4] «Салауат химия заводы»[5] урынлашҡан.

Физик-география характеристикаһы

Географик урынлашыуы

Ҡала Башҡортостандың көньяғында Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында (Кама йылғаһының ҡушылдығы), республиканың баш ҡалаһы Өфөнән 164 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ағиҙел буйлап ҡала территорияһының оҙонлоғо 5,5 км, киңлеге ( 116-сы кварталһыҙ) — 2,65 км. Ҡаланың иң юғары нөктәһе 116 кварталда урынлашҡан (175 м).

Ҡала һыҙатында, Ишембай ҡалаһына етәрәк Ағиҙелдең иҫке үҙәнендә, Ҡорбалыкүл исемле күл бар.

Геологияһы

Ҡала Урал алды ситенең бөгөлгән урынында урынлашҡан. Һуңғы палеозой башында Салауат ҡалаһы урынында диңгеҙ булған. Ул бында һуңғы палеозойҙың аҙағына тиклем тиерлек торған. Ваҡыты менән диңгеҙ төбө асылғанда балсыҡ һәм эзбиз ҡатламдары ултырған.Ҡаланың тирә яғы нефть ятҡылыҡтарына бай .

Һуңғы палеозоя аһағында, пермь осоронда, диңгеҙ әкренләп һайыға. Уның төбөндә таш тоҙо каменные соли һәм гипс йыйыла. Гипс ҡала янында тау тоҡомдары асылған урындарҙа күрергә мөмкин. Асылып ятҡан ерҙәрҙә палеозой дәүренән гипстың иң йәш ултырмалары . Улар ҡыҙыл төҫтәге балсыҡ һәм ҡомташ ултырмалары. Был ултырмалар палеозой осоро диңгеҙе киткәс, ҡоро ерҙә барлыҡҡа килгән. Улар Ағиҙел йылғаһы буйында, ҡаланың тирә-яғындағы тауҙарҙа күренеп тора.

Ҡала янындағы һәм уның тирә яғындағы ер ҡатламы - гумусҡа бай ҡара тупраҡ. Ул ҡыҙыл балсыҡта суббореаль һәм уртаса континенталь бүлкәттә күп йылдар үҫкән үлән ҡатламы аҫтында, һыу тулҡыны сайҡалып тороу сәбәпле барлыҡҡа килгән. Ҡара ер ҡатамы аҫтында ҡом ята.

Климаты

Уртаса континенталь климат, дым етерлек кимәлдә, йәйҙәр йылы, уртаса һалҡын һәм бик оҙаҡ ҡыш.Ғинуарҙағы уртаса температура: −13,9 °C, иң түбән температура: −48,2 °C; июлдә: +19,4 °C (1993 год), иң юғары температура: +39,3 °C (2010 год).Уртаса һауа температураһы: +3,6 °C. Уртаса яуым-төшөм күләме: 576 мм. Ел башлыса көнбайыштан иҫә. Шулай уҡ йыш ҡына төньяҡтан иҫеп, химия предприятиелары бүлеп сығарған ағыулы газды Ағиҙел буйлап, шул иҫәптән ҡала өҫтөнә, тарата.

Ҡала түбән урында урынлашҡан, шунлыҡтан бында йыш ҡына, бигрәк тә ҡыш, томан төшә.

Сәғәт һыҙаты

Салават МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[6].

Ҡала символкаһы

Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы, уның ете таж япрағы — башҡорт халҡының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыу. Салауат ҡалаһы ошо ете ырыуҙың береһе- юрматы ырыуы ерендә барлыҡҡа килә.

Газгольдерға оҡшатып эшләнгән һүрәт ҡаланы булдырған нефтехимия проиводствоһын кәүҙәләндерә.

Төп майҙанда һыбайлы менән ҡарсыға, улар ҡаланың Салауат Юлаев исемен йөрөтөүен һәм башҡорт халыҡ батыры Салауат Юлаевтың азатлыҡҡа булған мәңгелек һөйөүен күрһәтә.

Ҡаланың гербы һәм флагы авторҙары- «Газпром нефтехим Салават» ААЙ МЧС-ы табибтары А. В. Лаврухин менән Р. Т. Фәйезов. Ҡала гербы Федерацияһы Президенты янындағы геральдика советы ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы геральдика регистрына индерелгән (2001 йыл 31 май,5-се һанлы протокол). Теркәлеү һаны 661[7].

Ҡала флагы Федерацияһы Президенты янындағы геральдика советы ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы геральдика регистрына индерелгән (2001 йыл 31 май,5-се һанлы протокол). Теркәлеү һаны 662.

Билдәле шәхестәр

  • Арсланов Әхнәф Гәрәй улы — партия һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, 1983—1998 йылдарҙа Өфө нефть институтының Салауат филиалы директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, ҡаланың ҡалаһының почётлы гражданы (1998)[8].
  • Каширина Анжелика (24.01.1986) — Рәсәй театр һәм кино актёры[9].
  • Ҡотлогилдин Наил Закир улы
  • Бакирова Ниса
  • Бакиров Фларит
  • Йомағолов Илшат
  • Рахманғолов Сибәғәт
  1. БД ПМО Республики Башкортостан. Город Салават 2015 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған.
  2. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  3. Роскосмос: Россия не зависит от импорта гептила. vesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2016.
  4. Претензии Росприроднадзора могут привести к остановке единственного в России производства ракетного топлива - Газета РБК. rbcdaily.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2016.
  5. http://www.salavathz.ru/proizvodstvo/production.html
  6. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  7. http://img-fotki.yandex.ru/get/2/36256508.12/0_5ac79_ce3bfdce_orig
  8. Совет городского округа город Салават Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане. Арсланов Ахняф Гареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 август 2017)
  9. Сайт «LIFEACTOR.RU»: Полные биографии актёров и актрис.Анжелика Каширина (рус.)