Сальников Сергей Анатольевич

Сальников Сергей Анатольевич (1986 йылдың 26 июне, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. "Салауат Юлаев"тың 2015 йылғы малайҙар командаһының баш тренеры.

Биографияһы

Сергей Анатольевич Сальников 1986 йылдың 26 июнендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. «Салауат Юлаев» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.

Спорт карьераһы

2001/02 йылдар миҙгелендә Рәсәй беренселегендә беренсе лигала икенсе команда өсөн уйнай башлай. 2003/04 йылдар миҙгелендә Суперлигала — дүрт матч, киләһе миҙгелдә 45 уйын үткәрә, 7 (3+4) мәрәй йыя. 2005/06 йылдар миҙгелендә алты матчта уйнай (0 мәрәй). Киләһе миҙгелдә Белоруссияның «Юность» (Минск) клубына күсә[1].

Рәсәйгә ҡайтҡас, Юғары хоккей лигаһында, Беренсе лигала уйнай. ЮХЛ-да — Нефтекаманан «Торос» (2007/08, 2008/09 — 2010/11, 2011/12 — 2012/14), «Салауат Юлаев-2» (2008/09), Төмәндән «Рубин» (2011/12) командаларында. «Торос» составында ике тапҡыр Братина кубогын яулай[2].

Ҡаҙағстан чемпионатында «Темиртау» (2014/15) ул 2015 йылда «Бөркөт» һәм «Арыстан» клубтарын ҡушыуҙан барлыҡҡа килә, «Атырау» (2015/16 — 2016/17), Павлодар ҡалаһының «Иртыш» (2016/17) клубтары өсөн сығыш яһай[3].

2004 йылда үҫмерҙәр командалары араһында донъя чемпионы[4]. 2011 йылғы ҡышҡы Универсиадала команда капитаны һәм хоккей турниры еңеүсеһе, финалда берҙән-бер гол авторы[5].

2022 йылдан — "Салауат Юлаев"тың 2015 йылғы малайҙар командаһының баш тренеры[6].

Иҫкәрмәләр

  1. Юность Минск. r-hockey.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2025.
  2. Сальников: посвящаю победу своему отцу. championat.com (28 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2025.
  3. Состав «Арыстана» пополнил Сергей Сальников. sports.kz (27 ғинуар 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2025.
  4. Хоккеист Сергей Сальников: «Если бы обыграли Канаду, но проиграли белорусам – дома бы нас не поняли». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2025. Архивировано 1 май 2023 года.
  5. Сборная России выиграла золото Универсиады-2011. championat.com (6 февраль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2025.
  6. Сергей Сальников. r-hockey.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2025.

Тема буйынса өҫтәмә