Сарлыбаев Әхмәҙулла Харрас улы

Сарлыбаев Әхмәҙулла Харрас улы (рус. Сарлыбаев Ахметдулла Харрасович; 1904 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының орудие тоҫҡаусыһы, өлкән сержант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан ордены кавалеры[2].

Биографияһы

Әхмәҙулла Харрас улы Сарлыбаев 1904 йылда хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы Иҙелбай ауылында тыуа. 1941 йылдың 12 ноябрендә Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 275-се кавалерия полкының 28-се уксылар дивизияһында орудие тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[3].

Батырлығы

III дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителгән бүләкләү ҡағыҙынан:

« Сарлыбаев иптәш, 6 мм пушкалар батареяһы тоҫҡаусыһы булараҡ, 1944 йылдың 14 сентябренән 20 сентябренә тиклем немец илбаҫарҙары менән һуғышта үҙен ҡыйыу һәм үҙ-үҙен аямаҫ итеп күрһәтте. Орудиены аныҡ тоҫҡауы арҡаһында расчет дошмандың дүрт ут нөктәһен, өс блиндажын һәм күҙәтеү пунктын юҡ итте. Һуғышта яралана, ләкин, командованиеның заданиеларын үтәп бөтмәйенсә, һуғыш яланын ҡалдырмай[4] »

.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре