Сафин Ғәли Ҡорбан улы

Сафин Ғәли Ҡорбан улы (рус. Сафин Галий Курбанович 1915 йыл — ?) — 112-се легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы. 1942 йылдың 7 июлендә хәбәрһеҙ юғала.

Биографияһы

Сафин Ғәли Ҡорбан улы 1915 йылда хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районы Ялсы ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Күгәрсен районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында элемтәмсе булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендә (хәҙер Липецк өлкәһенең Тербун районында) барған ҡыҙыу һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Юғалтыуҙар исемлегендә Сафин Ғәли Ҡорбан улының туғандары исеменән Ялсы ауылында йәшәгән атаһы Сафин Ҡорбан күрһәтелгән[2]

Һылтанмалар