Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы
Биографияһы
Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы 1912 йылда хәҙерге Башҡортостандың Яңауыл районы Иҫке Көйөк ауылында тыуа. 1941 йылда Яңауыл район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1].
2-се эскадрон ҡылыссыһы гвардия ҡыҙылармеецы Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы Новоселки ауылы өсөн барған һуғышта алға ҡыйыу барып ике гитлерсы менән һуғыша, уларҙы сигенергә мәжбүр итә, был һуғышта Саҙрисламов ҡаты яралана. 1944 йылдың 12 авгусында ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы 1945 йылда демобилизациялана[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САДРИСЛАМОВ (Сардисламов) Мирзахан Садрисламович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Садрисламов Мирзахан Садрисламович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- ОНИ ВЕРНУЛИСЬ С ПОБЕДОЙ. ЯНАУЛЬСКИЙ РАЙОН РБ