Саҙрыев Фәсхетдин Саҙрый улы
Биографияһы
Саҙрыев Фәсхетдин Саҙрый улы 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Салауат районы Лағыр ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 313-сө кавалерия полкының ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 21-25 июнендә дивизия частары фронттан алыҫ булмаған урында оборона һыҙатында урынлаша, 313-сө кавполк Николаевка ауылында 224,6 бейеклекте обороналай: дивизия Воронеж-Ворошиловград оборона операцияһы сиктәрендә һуғышҡа инә[3]. Фәсхетдин Саҙрыев 1942 йылдың 6 июлендә һәләк була, Курск өлкәһенең (хәҙерге Липецк өлкәһе) Даниловка ауылында ерләнә[2].
Хәтер
Саҙрыев Фәсхетдин Саҙрый улының исеме «Хәтер китабы. Башҡортостан» баҫмаһының 17-се томына[1] һәм Салауат районының Лағыр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.