Силаева Татьяна Ивановна
Силаева Татьяна Ивановна (1958 йылдың 14 ноябре, Белорет, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй опера йырсыһы (сопрано). Концерт-камера йырсыһы. Уҡытыусы. Удмурт Республикаһының Дәүләт опера һәм балет театры артисы. Удмуртияның атҡаҙанған артисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы.
Биографияһы
Татьяна Силаева 1958 йылдың 14 ноябрендә Башҡортостандың Белорет ҡалаһында тыуа[1]. Бала сағында мәктәп хорында шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағандан һуң политехник институтҡа уҡырға инергә ынтылып ҡарай, әммә конкурстан үтеү өсөн ярты балл етмәй. Ҡыҙ тыуған ҡалаһына ҡайта һәм ата-әсәһе артынан металлургия заводына волочильщица булып эшкә бара. Буш ваҡытта үҙешмәкәрлектә ҡатнаша — рус халыҡ хорында йырлай. Хор етәксеһе, ҡыҙға һәләттәрен үҫтерергә кәрәк тип һанап, уны Магнитогорск музыка училищеһына алып китә. Силаеваға музыкаль белеме булған курсташтарын ҡыуып етеү өсөн көнө-төнө шөғөлләнергә тура килә[1].
Мәскәү консерваторияһына осраҡлы рәүештә барып инә. Баш ҡалаға экскурсияға килгәс, консерватория янына барып сыға һәм шунда документтарын тапшыра. Имтихандарҙы опера теноры Сергей Яковлевич Лемешевтың ҡатыны, вокал буйынса педагог Вера Николаевна Кудрявцева ҡабул итә. Ул ҡыҙҙы үҙенең курсына ала[1]. 1987 йылда йырсы консерваторияны тамамлай[2].
Ижади эшмәкәрлеге
Консерваториянан һуң шунда уҡ Удмурт опера һәм балет театры солисы булып эшләй башлай[2]. Йырсы Свердловскиға тауыштар йәрминкәһенә килә, шунда Ижевскиға саҡырыу ала[1].
«Евгений Онегин» спектаклендә Татьяна Ларина персонажы тәүге роле була һәм беренсе миҙгелдән үк театр труппаһында юғары урынды биләй. Йырсының иҫ киткес вокаль һәләте, тауышының тембр байлығы билдәләнә. Бер нисә тапҡыр Удмуртияның «Театраль яҙ» профессиональ театрҙары фестивалендә иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн призға лайыҡ була. Уға «Флория Тоска» операһында Тоска, "Травиата"ла Виолетта, "Ауыл намыҫы"нда Сантуцца, "Кармен"да Микаэла ролдәре танылыу килтерә. Шулай уҡ иң яҡшы эштәре булып "Норма"ла Норма, "Аида"ла Аида, "Турандот"та Турандот роле тора. Актриса 1999 йылда труппаның Германия һәм АҠШ ҡалалары буйлап гастролдәрендә ҡатнаша. 2000 йылда исеме Удмурт Республикаһының Почет таҡтаһына индерелә[3].
Концерт программаһы менән сығыш яһай, бер нисә тапҡыр Германия, Венгрия һәм АҠШ буйлап сит ил турҙарына сыға[4].
2000 йылдан актерлыҡ эшен Удмурт республика музыка колледжында вокал курсын уҡытыу менән берлектә алып бара[1][5]. Яңғыҙ камера һәм опера башҡарыуы, ансамбль камера һәм опера башҡарыуынан дәрестәр бирә[5]. Студенттары конкурстарҙа, концерттарҙа ҡатнаша, ә колледжды тамамлағандан һуң юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙарын дауам итәләр[5].
Театраль эштәре
| Роль | Постановка |
|---|---|
| Лиза | «Пика ханым» Петр Чайковский |
| Аида | «Аида» Джузеппе Верди |
| Тоска | «Флория Тоска» Джакомо Пуччини |
| Сантуцца | «Ауыл намыҫы» («Amore. Vendetta. Morte») Пьетро Масканьи |
| Норма | «Норма» |
| Ларина | «Евгений Онегин» Петр Чайковский |
| Ҡатын | «Көтөү» («Состав Тихорецкаяға китә») |
| Марица | «Марица» Имре Кальман |
| Турандот | «Турандот»[2] Джакомо Пуччини |
| Джованна | «Риголетто»[3] Джузеппе Верди |
Наградалары
- «Турандот» спектаклендә Турандот партияһын башҡарғаны өсөн «Онегин» Беренсе Милли опера премияһы номинанты (2016)[3].
- Театр сәнғәтендәге ҡаҙаныштары өсөн «Удмуртияның атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә (1990)[3].
- Сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәте өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була (2001)[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Татьяна Силаева: работала волочильщицей, а стала оперной певицей. 27 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Татьяна Силаева. Кино-Театр.Ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Оперная труппа. operaizh.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
- ↑ Знаменательные и памятные даты. 2018 год. dates.unatlib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 Силаева Татьяна Ивановна. rmkudm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
- ↑ Силаева Татьяна Ивановна – Награды России, 2001-11-21. ru.nagrady.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.
Әҙәбиәт
- Новоселова Е. Огонь вечной любви : [о премьере оперы «Норма»] // Удмуртская правда. — 2007. — 12 янв. — C. 14.
- Попов А. Татьяна Силаева: «У меня нет сумасшедших поклонников» // Центр. — 2009. — 20 авг. — С. 10 : фот.
- Пузанова Н. Н. Примадонна // Удмуртская правда. — 2006. — 29 дек. — С. 11.
- Силаева Т. И. «Без куража нельзя» : [беседа] / записала Л. Илларионова // Аргументы и факты в Удмуртии. — 2006. — № 10. — C. 8.
- Силаева Т. И. Умение быть счастливой : [беседа] / записала Алиса Чудова // Удмуртская правда. — 2014. — 25 февр. — С. 3 : фот.
- Силаева Татьяна Ивановна // Женщина и успех. — [Ижевск], 2003. — Ч. 1. — C. 86-87.