Спиглазов Григорий Михайлович
Спиглазов Григорий Михайлович (1901 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Биографияһы
Спиглазов Григорий Михайлович 1901 йылда Пенза өлкәһендә тыуа. 1941 йылда Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының хужалыҡ взводында итексе булып хеҙмәт итә[1].
1943 йылдың 5 декабрендә Спиглазов Григорий Михайлович «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].
Гвардия ҡыҙылармеецы Спиглазов Григорий Михайлович һәр ваҡыт теләһә ниндәй шарттарҙа аяҡ-кейемдәрен сифатлы һәм тиҙ йүнәткәне һәм командованиеның заданиеларын ваҡытына башҡарғаны өсөн подразделениеның 9/н бойороғо менән 1944 йылдың 22 авгусында «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. СПИГЛАЗОВ Григорий Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Спиглазов Григорий Михайлович. Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)