Старов Вадим Николаевич
Вадим Николаевич Старов (1979 йылдың 23 июле, Өфө) — Рәсәй юрисы, эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре. «Регион-Тендер» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең директор урынбаҫары (2023 йылдан). Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013), бишенсе (2013—2018), алтыынсы (2018—2023) һәм етенсе (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары (төп эшенән айырылмай)[1][2].
Биографияһы
Старов Вадим Николаевич 1979 йылдың 23 июлендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған[3].
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, юғары белемгә Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) эйә була, 2001 йылда БДУ-ның Юридик институтын «юриспруденция» һөнәре буйынса «юрист» квалификацияһы (рус.)баш. алып тамамлай. Икенсе юғары белемде Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында ала[1].
Хеҙмәт юлын 2001 йылда «Эшҡыуарлыҡты яҡлауҙың аналитика агентлығы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры вазифаһында башлай[3].
2003—2012 йылдарҙа Адвокаттарҙың Башҡортостан округ коллегияһы рәйесе ярҙамсыһы булып эшләй. 2012—2018 йылдарҙа «Һалым хәүефһеҙлеге» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе була[1].
2018—2022 йылдарҙа — «Бизнес-Содействие» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры[3].
«Регион-Тендер» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең директор урынбаҫары (2023 йылдан)[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
«Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһынан Берҙәм республика һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының:
- дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы ағзаһы[1];
- бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы ағзаһы[1];
- алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары[1];
- етенсе саҡырылыш (2023 йылдан) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, төп эшенән айырылмай етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары[4]. «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы етәксеһе[5][6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Старов Вадим Николаевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Владимир Шакиев. В Башкирии избрали заместителей председателя Госсобрания. Электрогазета.РФ. Официальный сайт (5 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Старов Вадим Николаевич – биография. Сетевое издание «Информационно-аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон) (20 ноябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Руководители Государственного Собрания. Старов Вадим Николаевич. Заместитель Председателя Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Старов Вадим Николаевич. Руководитель фракции ГС РБ. Башкирский республиканский комитет КПРФ. Офиициальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Состав фракции партии «Коммунистическая партия Российской Федерации» в ГС – К РБ. Старов Вадим Николаевич. Руководитель фракции. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)