Старцев Александр Петрович
Старцев Александр Петрович (21 октябрь 1922 йыл — 2009 йыл; ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 9 апрель 2008 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Александр Петрович Старцев 1922 йылдың 21 октябрендә Башҡорт АССР-ы Бөрө кантоны Монастырь Дыуанайҙары (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Старцин ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә. тыуған
10-сы класты тамамлағас, Березовка ҡасабаһында тракторсы булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияла 1941 йылдың авгусынан. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың майынан. 122-се гвардия артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы (51-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 6-сы гвардия армияһы, Воронеж фронты) гвардия кесе сержанты 1943 йылдың 6 июлендә Яковлево ауылы (хәҙерге Белгород өлкәһе) янындағы алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 21 сентябрендәге Указы менән уға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
1944—1946 йылдарҙа Александр Петрович Пермь хәрби-диңгеҙ авиация техник училищеһында уҡый. 1946 йылдан КПСС ағзаһы. 1947 йылдан старшина А. П. Старцев — запаста.
Пермь ҡалаһында йәшәй. Һыуытҡыс ҡулайламалары буйынса механик булып эшләй[1].
Батырлығы
«….1943 йылдың 6 июле. Белгород өлкәһе Яковлево ауылы янында немец танкылары 5-се батареяның оппозицияһына һөжүм итә. 17 фашист Старцевтың орудиеһына йүнәлә „Тыуған ил өсөн, Сталин өсөн!“ тип ул утлы дауыл аса. Ут позицияһын төтөн һәм ялҡын ялмап ала, күктән бомбалар өҙлөкһөҙ яуа, . Алыш һөҙөмтәһендә өс Т-4 танкыһы һәм дүрт дошман урта танкыһы яндырыла. Ут рубежы дошманға бирелмәй.
1943 йылдың 7 июлендә, ут позицияһына дошман танкылары һәм пехотаһы яңынан һөжүм башлай.. Старцев яраланған килеш орудиеһынан һуңғы снарядҡа тиклем ут асыуҙан туҡтамай. 4 немец танкыһын һәм 7 автомашинаһын юҡ итә»[2].
1943 йылдың 21 сентябрендә А. П. Старцевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (21.09.1943)[2];
- Ленин ордены (21.09.1943);
- [[Ватан һуғышы ордены|I дәрәжә Ватан һуғышы ордены]] (11.03.1985);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (15.06.1943)[3];
Хәтер
Пермь ҡалаһының 42 -се мәктәбе һәм Харьков өлкәһенең Золочевский районы Уды ауыл мәктәбе пионер дружиналары уның исемен йөрөтә. Бөрө ҡалаһының бер урамына һәм Бөрө районының Калинники урта мәктәбенә Старцев исеме бирелгән..
Иҫкәрмәләр
- ↑ Старцев Александр Петрович. «Герои страны» сайты.
- ↑ 1 2 3 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 45, л. 228, 229).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1872, л. 3, 9, 10).
Әҙәбиәт
- [az-libr.ru/index.shtml?Persons&000/Src/0009/c2bf6c72 Старцев Александр Петрович] // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Золотые звёзды Прикамья / төҙөүсе.: И. А. Кондауров, С. И. Мокроусов. — 3-сө баҫма., өҫтәп. — Пермь: Пермь китап нәшриәте, 1974. — С. 385—386. — 487 с.
- Башҡортостандың данлы улдары. — Өфө, 1979, кн. 4. — С. 31-34.
- Башҡорт энциклопедияһы. Гл.ред. М. А. Ильгамов; т. 5. П-С. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2009. — 576 б. — ISBN 978-5-88185-072-2.
- Улар еңеү ҡойҙо. — Өфө, 1984. — С.129-145.
Һылтанмалар
- Старцев Александр Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 октябрь 2022)
- Борис Ямщиков. «Огонь!» — и вспыхивали танки // Республика Башкортостан. — 23.05.07. — № 96.
- Курская книга памяти. Старцев Александр Петрович.