Стельмах Михаил Афанасьевич
Стельмах Михаил Афанасьевич (укр. Михайло Панасович Стельмах; 1912—1983) — украин совет яҙыусыһы һәм драматургы, Сталин премияһы лауреаты (1951), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1972)[2]. Усср Фәндәр академияһы академигы (1978). СССР Юғары Советының 6-10-сы саҡырылыш депутаты (1962 йылдан).
Биографияһы
Михаил Стельмах 1922 йылдың 11 (24) майында Дьяковец ауылында (хәҙерге Украинаның Винница өлкәһе Литын районы) ярлы крәҫтиән ғаиләһенән тыуған. 1929 йылда мәктәпте тамамлағас, Винница педагогия техникумына, һуңынан Винница педагогия институтының әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1933 йылда уңышлы тамамлай. 1933—1939 йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй. 1939—1945 йылдарҙа РККА-ла, башта рядовой артиллерист була, ә 1944 йылда ауыр яраланып ике йыл Өфөлә дауаланғандан һуң — Беренсе украина фронтының «За честь Отчизны» гәзите хәбәрсеһе була. Һуғыш осоронда Воронежда һәм Өфөлә Михаил Стельмахтың шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә. Һуғыш тамамланғас, эшкә килгән Усср Фәндәр академияһының Сәнғәтте өйрәнеү, этнография һәм фольклор институтына эшкә килә, унда 1953 йылға тиклем эшләй[2].
М. А. 1983 йылдың 27 сентябрендә вафат була. Киев ҡалаһында Байков зыяратында ерләнә.
Улы — билдәле яҙыусы һәм сценарист Ярослав Стельмах.
Ижады
Әҙәби эшмәкәрлек менән 1936 йылдан шөғөлләнә.
Романдар трилогияһы авторы:
- 1950 — «Большая родня»,
- 1957 — «Кровь людская — не водица»,
- 1959 — «Хлеб и соль».
Был трилогия А. П. Довженко исемендәге киностудияла экранлаштырыла — фильмдар:
- 1960 — «Кровь людская — не водица»,
- 1961 — «Дмитро Горицвит»,
- 1963 — «Люди не все знают».
Шулай уҡ Михаил Стельмах — түбәндәге романдар авторы:
- 1961 — «Правда һәм кривда»,
- 1969 — «Дума про тебя»;
- балалар повестары:
- 1964 — «Гуси-лебеди летят»,
- 1967 — «Щедрый вечер»[2].
Михаил Стельмах сценарийҙары буйынса төшөрөлгән фильмдар:
- 1954 — «Над Черемошем» (режиссеры Г. Т. Крикун),
- 1958 — «Живи, Украина!»,
- 1970 — «Хлеб и соль»,
- 1974 — «Гуси-лебеди летят»,
- 1976 — «Щедрый вечер».
Солженицынға, Сахаровҡа ҡаршы
- Стельмах М. А. 1973 йылдың 31 авгусында бер төркөм совет яҙыусыларының «Правда» гәзите редакцияһына Сахаров һәм Солженицын тураһында яҙған хатына ҡул ҡуя.
Наградалары һәм премиялары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (23.5.1972)
- өс Ленин ордены (24.11.1960; 28.10.1967; 23.05.1972)
- Октябрь Революцияһы ордены (02.07.1971)
- II дәрәжә Ватан һуғышы орденының (16.06.1945)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены (05.06.1962)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (21.05.1982)
- миҙалдар
- Ленин премияһы (1961) — «Хлеб и соль» (1959), «Кровь людская — не водица» (1957), «Большая родня» (1949—1950) трилогияһы өсөн
- өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951) — «Большая родня» романы өсөн (1949—1950)
- Украин ССР-ының Т. Г. Шевченко исемендәге дәүләт премияһы — «Четыре брода» романы өсөн (1979)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Мемориальная доска Михаилу Стельмаху 2011 йылдың 1 апрель көнөндә архивланған.
- Стельмах Михаил Афанасьевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.