Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Киҫәтеү / Предупреждение
Беҙ Сайттағы барлык эстәлек һәм мәғлүмәт идеологик, сәйәси яҡтан нейтраль булыуын теләйбеҙ. Мәҡәләләрҙе төҙөгәндә һәм улар буйынса фекер алышҡанда объектив, нигеҙләнгән һәм раҫланған дәлилдәргә һәм ваҡиғаларға, шулай уҡ текстар төҙөүҙең фәнни стиленә таянырға кәңәш итәбеҙ. Материалдың нейтраллеген һәм ғәҙеллеген тәьмин итеү өсөн Сайт хужаһы текстарҙы төҙәтергә хоҡуҡлы булыуын белдерәбеҙ
рус. Мы стремимся к тому, чтобы весь контент и информация, содержащаяся на Сайте, являлись идеологически и политически нейтральными. При создании и комментировании статей настоятельно рекомендуем опираться на объективные, обоснованные и подтвержденные факты и события, научный стиль изложения и построения текстов. Настоящим также информируем, что в целях обеспечения нейтральности и беспристрастности изложения материла, Владелец сайта вправе отредактировать вносимые тексты
Киҫәтеү/Предупреждение
Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу ысулдары тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ быға саҡырыуҙар тыйыла
Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу ысулдары тураһында мәғлүмәтте таратыу, шулай уҡ үҙ-үҙеңә ҡул һалырға саҡырыу енәйәти-яза ғәмәле булып тора. Шулай итеп, күрһәтелгән мәғлүмәт юйылырға тейеш, ә уны таратҡан ҡулланыусыларҙың IP-адрестары бикләнеүе мөмкин.
рус. Запрещается распространение информации о способах совершения самоубийства, а также соответствующие призывы
В соответствии с законодательством Российской федерации, распространение информации о способах совершения самоубийства, а также призывов к совершению самоубийства является уголовно-наказуемым деянием. Таким образом, указанная информация подлежит удалению, а IP-адреса пользователей, распространивших указанные сведения, могут быть заблокированы
Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу йәки суици́д (лат. sui caedere — үҙ-үҙеңде үлтереү) — үҙ-үҙеңде үҙ теләгең менән үлтереү[1][2]; кешенең психик ауырыу йәки күңел төшөнкөләге хәлендә үҙ-үҙен үлтереү акты: киҫкен психик травма шарттарында йәшәү мәғәнәһен юғалтып, аңлы рәүештә яҡты донъянан китеү[3].
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса донъяла йыл һайын 800 меңдән ашыу кеше үҙ-үҙенә ҡул һалып үлтерә[4]. Бөгөнгө көндә үҙ-үҙеңә ҡул һалыу донъя һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең иң етди проблемаларының береһе булып тора[5].
Үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү (мәҫәлән, һуғышта һәм башҡа экстремаль ситуацияларҙа) ҡаһарманлыҡ сағылышы тип һанала һәм ябай үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан һәм башҡа альтруистик үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙарҙан башҡа төрҙәренән айырыла[6].
Ун туғыҙынсы быуатта Европала үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә, ваҡыт үтеү менән был осраҡтар күбәйгәндән-күбәйә бара[7]. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ер йөҙөндә йәшәүселәрҙән һәр 40 секунд һайын кемдер аңлы рәүештә үҙ-үҙенә ҡул һалып үлә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статистикаһы буйынса үҙ-үҙенә ҡул һалыу бөтә донъя масштабында йәштәрҙең (15-29 йәшлек) үлем сәбәптәре араһында икенсе урынды биләй[8]. Донъяла көн һайын 3 мең кеше үҙ-үҙенә ҡул һала, ә йыл һайын — яҡынса 1 миллион кеше (бөтә үлем осраҡтарының 1,5 проценты). Үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың иң түбән күрһәткестәре Латин Америкаһында, ғәрәп һәм азияның ҡайһы бер илдәрендә күҙәтелә. Үҙәк һәм Төньяҡ Европала, Төньяҡ Америкала, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, Көнбайыш Тымыҡ океанда (Австралия, Канада, Яңы Зеландия, АҠШ) үҙ-үҙенә ҡул һалыу уртаса күрһәткестәр күрһәтә. 2008 йылда Литвала, Белоруссияла, Рәсәйҙә, Шри-Ланкала, Ҡаҙағстанда, Венгрияла, Японияла, Украинала һәм Латвияла үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары иң күбе булған[9].
Билдәләмәләр
Бөтә суицидтарҙы ике класҡа бүлергә мөмкин: ысын һәм демонстратив (парасуицид йәки псевдосуицид). Ҡағиҙә булараҡ, псевдосуицид аффект хәлдә ҡылына һәм үҙ ғүмерен ҡыйыр өсөн генә түгел, ә «ярҙам һорап ҡысҡырыу», башҡаларҙың иғтибарын үҙенә һәм үҙ проблемаларына йәлеп итеү эшләнә. Был ғәмәлдәр шулай уҡ «үҙ-үҙенә ҡул һалырға демонстратив маташыуҙар» тип тә атала. Псевдосуицидтан айырмалы рәүештә, ысын үҙ-үҙенә ҡул һалыу , ғәҙәттә, яҡшы планлаштырылған сара булып тора, уның маҡсаты — туғандарының, дуҫтарының һәм башҡаларҙың фекеренә һәм реакцияһына ҡарамай нисек тә булһа үҙ ғүмерен өҙөү[10].. Ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙ аллы булмаған үҙ-үҙеңдең ғүмереңде өҙөү ҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыу тип һанала, әгәр үҙ-үҙен үлтереүсе физик яҡтан быны эшләй алмаһа. Полицейский ярҙамында үҙ-үҙенә ҡул һалыу башҡа кешеләр ярҙамында үҙ-үҙеңде үлтереү миҫалы булып тора[11].
Ҡапыл үлемгә килтермәгән, әммә ғүмерҙе ҡыҫҡартҡан ҡылыҡ (эскеселек, тәмәке тартыу, ауыр сир менән ауырығанда медицина ярҙамынан баш тартыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм һаҡлыҡ сараларын аңлы рәүештә һанға һуҡмау, тейешле әҙерлекһеҙ һәм кәрәк-яраҡһыҙ экстремаль спорт төрҙәре, хәрби хәрәкәттәр ваҡытында хәүефте һанға һуҡмау), шул иҫәптән енәйәтсе уның ғүмеренә хәүеф янауын аңлап битараф ҡарағанда, үҙ-үҙеңде емереүсе ҡылыҡ тип аталырға мөмкин[12]. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр был ҡылыҡтарҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың өсөнсө класына — йәшерен суицидҡа айыра[10].
Уңышһыҙлыҡҡа осраған үҙ-үҙен үлтерергә маташыу үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыу тип атала. Үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыу, әгәр уның үлемгә килтереү ихтималлығы юғары булһа, етди тип атала: бындай ынтылышта йыш ҡына уңышһыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалыусының (психик һәм/йәки физик) һаулығына етди зыян килә.
Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, уңышһыҙлыҡҡа тарыған үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙарҙың күбеһенең икенсе тапҡыр үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыу ихтималлығы бик юғары[13].
Антисуицид шәхес факторҙары үҙ-үҙенә ҡул һалырға ҡамасаулай ала, улар суицидты проблемаларҙы хәл итеү буйынса түмһерәйтә һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыуға ҡаршы кәртә булдырыу ысулы итеп ҡарала. Ҡағиҙә булараҡ, бындай факторҙар булып — тормошҡа ашырылмаған ижади пландар, үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың мәғәнәһеҙлеген аңлау, туғандарына һәм дуҫтарына йөрәк әрнеүе килтереү ҡурҡынысы, үҙ-үҙенә ҡул һалыу ысулының дөрөҫлөгөнә бәйле билдәһеҙлек, физик ғазаптарҙан ҡурҡыу, шулай уҡ үлем һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыу проблемаһы менән бәйле дини һәм социаль табулар тора. Ҡайһы бер шәхестәр өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалыу символы булараҡ (йәки уңышһыҙ эш булараҡ) көсһөҙлөк символы булыуы мөмкин[14].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Блейхер В. М., Крук И. В. Толковый словарь психиатрических терминов. / Под ред. канд. мед. наук С. Н. Бокова. В 2-х томах. Т. 2. — Ростов-на-Дону: «Феникс», 1996. — 448 с.
- ↑ Анцупов А. Я., Шипилов А. И. Словарь конфликтолога. — 2-е изд. — СПб.: Питер, 2006. — С. 381—526 с.
- ↑ Русско-башкирский словарь педагогических и психологических терминов (Н. Ф. Суфьянова, 2002)
- ↑ http://www.who.int/mental_health/suicide-prevention/ru/
- ↑ http://www.who.int/mediacentre/factsheets/fs398/ru/
- ↑ Blake J. A. Death by hand grenade: altruistic suicide in combat (инг.) // Suicide Life Threat Behav. : journal. — 1978. — Vol. 8, no. 1. — P. 46—59. — PMID 675772.
- ↑ Паперно И. http://ec-dejavu.ru/s/Suicide.html // Самоубийство как культурный институт. — М., 1999. — С. 88.
- ↑ Предотвращение самоубийств: глобальный императив (2014) // Всемирная организация здравоохранения
- ↑ Иванова А. Е., Сабгайда Т. П., Семенова В. Г., Антонова О. И., Никитина С. Ю., Евдокушкина Г. Н., Чернобавский М. В. Ситуация с суицидами в России и мире = Опубликовано в книге: Смертность российских подростков от самоубийств / Иванова А. Е., Сабгайда Т. П., Семёнова В. Г., Антонова О. И., Никитина С. Ю., Евдокушкина Г. Н., Чернобавский М. В. -М., ЮНИСЕФ, 2011. С. 8-18 // Демоскоп Weekly : сайт. — № 523—524.
- ↑ 1 2 Козлов, Николай Самоубийство. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2014.
- ↑ Бухгалтеру-самоубийце грозит 10 лет тюрьмы. Lenta.ru (10 февраль 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2013.
- ↑ Дмитрий Леонтьев. Психология смысла: природа, строение и динамика смысловой реальности. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2015.
- ↑ Самоубийства: как предотвратить беду? «РИА Новости» (10 сентябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2014.
- ↑ Книжникова С. В. Девиантология для педагогов и психологов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2015.
Сығанаҡтар
- http://www.hakmar.ru/?new=3765 2016 йылдың 13 март көнөндә архивланған.
- http://www.sharafi.ru/mekele/107-tyshta1171y-zyyarat.html 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.