Сыдыков Хәмиҙулла Ситдыҡ улы

Сыдыков Хәмиҙулла Ситдыҡ улы (рус. Сыдыков Хамидула Сытдыкович 1903 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты.

Биоргафияһы

Сыдыков Хәмиҙулла Ситдыҡ улы 1903 йылда хәҙерге Башҡортостандың Бүздәк районында тыуа. 1941 йылда Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкында комендант отделениеһының ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә[1].

Пордразделениеның 1945 йылдың 25 майындағы 11/н бойороғо менән комендант отделениеһы ҡылыссыһы гвардия сержанты Сыдыков Хәмиҙулла Ситдыҡ улы Бранденбург ҡалаһы өсөн һуғыштарҙа полк командирының күҙәтеү пунктын һаҡлау буйынса хеҙмәтте бик яҡшы алып барғаны өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Һылтанмалар