Сыртланов Сәлих Йыһанша улы

Сыртланов Сәлих Йыһанша улы (рус. Сыртланов Салих Зиганшинович) (1910 йыл — 9 февраль 1943) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-cе кавалерия полкында пулеметсы, ПВО взводы отделениеһы командиры,[1]. . Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943) кавалеры[1].

Биографияһы

Сәлих Йыһанша улы Сыртланов 1910 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Түбә ауылында тыуған[1]. 1941 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында башта пулеметсы, һуңынан ПВО (һауа һөжүменән һаҡланыу) взводы командиры булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 1 ғинуарында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә[2] (1943 йылдың 20 февралендәге 187-се бойороҡ).

«Память народа» сайтында Сыртланов Самигулла Зиганшанович исеме буйынса мәғлүмәттәр теркәлгән: 1910 йылғы, һуғышҡа 1942 йылда алынған, 1943 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғалған, ҡатыны Баймаҡ районы Түбә руднигы, Горная урамы, 7 йорт адресы буйынса күрһәтелгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)

Һылтанмалар