Сыңрау торна (көй)
Сыңрау торна (рус. Журавлиная песнь; Звенящий (поющий) журавль; Сынрау торна) — лирик-эпик характерҙағы башҡорт халыҡ инструменталь көйө, башҡорт музыка мәҙәниәтенең иң билдәле өлгөләренең береһе. Традицион рәүештә ҡурайҙа башҡарыла. Көйҙөң легендаһы һәм мелодияһы «Сыңрау торна» тәүге башҡорт балеты нигеҙенә ятҡан.
Тарихы
Легенданың һәм көйҙөң тәүге варианттары этнограф һәм музыка белгесе С. Г. Рыбаков 1894 йылды яҙып алған һәм «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» тигән хеҙмәтендә 1897 йылда нәшер итеп сығарған.
1943 йылда көйҙө Х. Ф. Әхмәтов Баймаҡ районында тыуып үҫкән Ғ. Ушановтан яҙып ала. Артабан музыкаль әҫәрҙе яҙып алыу һәм тикшереү эштәрен А. С. Ключарёв, Л. Н. Лебединский, К. Ю. Рахимов, Ф. Х. Камаев һәм башҡа фольклорсылар һәм музыка белгестәре дауам иткән.
«Сыңрау торна» башҡорт халыҡ инструменталь музыкаһының күренекле әҫәрҙәренең береһе тип һанала. Көй торналар тураһындағы боронғо эпик легенда менән бәйле, уның бер нисә варианты бар.
Беренсе риүәйәт буйынса, башҡорт ерҙәренә баҫып ингән яулаусылар ғәскәре өҫтөндә ҙур торна ҡанаты ҡысҡырып, ҡанаттарын елпеп өйөрөлөп оса башлай. Ҡурҡыуға төшкән дошмандар ҡаушап ҡала, был башҡорт ғәскәренә еңеү яуларға ярҙам итә.
С. Г. Рыбаков килтергән икенсе вариантта иһә йырлауҙары ошо көйҙө хәтерләткән ғәжәп аҡ торналар тураһында һөйләнелә. Халыҡ күҙаллауҙары буйынса, был ҡоштарҙың күренеүе ауыр осорҙарға — һуғыштарға, ҡоролоҡҡа йәки уңышһыҙлыҡҡа тура килгән, шуға күрә уларҙың образы мистик мәғәнәгә эйә булған.
Рыбаков шулай уҡ тауҙар араһында уйнап бейегән торналар тураһындағы риүәйәтте лә яҙып алған. Бер башҡорт ҡурайсыһы, уларҙы ишетеп, көйҙө отоп ала һәм ҡурайҙа уйнап күрһәтә. Ышаныуҙар буйынса, был ҡоштарҙы күргән һәм йырҙарын ишеткән кеше йә үтә бәхетле, йә тиҙҙән вафат булған[1].
Йыр халыҡ-ара танылыу яулай: 1927 йылда Йомай Иҫәнбаев Франкфурт-на-Майне ҡалаһында (Германия) Бөтә донъя музыка күргәҙмәһендә «Сыңрау торна»ны башҡара[2].
Сыңрау торна
Сыңрай-сыңрай осоп килә
Сыңрау торнаҡай
Уралыңдан сәләм тине
Сыңрау торнаҡай
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай,
Иҫән-һау, ти
Урал-тау, ти
Сыңрау торнаҡай.
Юҡ хафа,-ти, юҡ афәт,-ти
Сыңрау торнаҡай.
Илдә ир-ат — Салауат, ти
Сыңрау торнаҡай.
Уралҡайым, Уралҡайым
Тыуған Уралҡай!
Ил көйләр ти
Тел һөйләр ти
Уйнар ҡурайҡай.
Ҡыуанысым, йыуанысым
Булды Уралҡай
Йыр ҡанатлы, нур ҡанатлы
Сыңрау торнамдай.
Уралҡайым, Уралҡайым
Тыуған Уралҡай!
Быуаттарҙан быуаттарға
Осоп барғандай.
Башҡорт халыҡ көйөнә Р. Ғарипов яҙған шиғыр
Музыкаль үҙенсәлектәре
Көй фригий ладына нигеҙләнгән. Торналар торҡолдауын имитациялаған триолдәр һәм форшлагтар менән биҙәлгән кварта һикерештәре көйҙөң башында һәм аҙағында яңғырай. Көй өсөн теманың тигеҙ үҫеше, киң һулыш һәм лирик-эпик интонацияларҙың берләшеүе хас. Торна ҡысҡырыуын имитациялаусы кварта обороттары мөһим роль уйнай.
Көйҙөң үҙенсәлекле формаһы «Сыңрау торна»ны билдәле башҡорт инструменталь әҫәрҙәренең береһенә әйләндерә.
Башҡарыусылар һәм яҙмалар
Көйҙөң билдәле башҡарыусылары араһында — А. М. Айытҡолов, Х. Б. Әхмәтов, Х. Ш. Әхмәтшин, М. Ф. Буранғолов, Ю. И. Ғәйнетдинов, И. И. Дилмөхәмәтов, Й. М. Иҫәнбаев һәм Р. Р. Рәхимов.
Билдәле яҙмалар һәм нота фиксациялары исемлегендә:
- А. С. Ключарёв яҙмалары;
- БАССР Музыка кабинетының Фонотека фонды;
- К. Й. Рахимов яҙмалары.
Ижади эшкәртеүҙәр һәм сәнғәттә урыны
«Сыңрау торна» тураһындағы легенда тәүге башҡорт балеты «Сыңрау торна» либреттоһының нигеҙенә ята (либретто (рус.)баш. авторы — Фәйзи Ғәскәров). Балетҡа музыканы Л. Б. Степанов менән З. Ғ. Исмәғилев яҙа. Спектаклдең премьераһы 1944 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтә. Балет бер нисә тапҡыр яңыртылып, яңы редакцияларҙа сәхнәләштерелә (1953, 1977, 1997, 2017 йылдарҙа) һәм башҡорт хореография сәнғәтенең визит карточкаһына әүерелә[3][4].
1959 йылда Свердловск киностудияһында режиссер О. П. Николаевский тарафынан шул уҡ исемдәге «Сыңрау торна» фильм-балеты төшөрөлә. Был таҫма кино тарихына бөтә хореографияһы театр декорацияларынан тулыһынса тәбиғәт ҡосағына (асыҡ һауала төшөрөүгә) күсерелгән тәүге фильм-балет булып инеп ҡала[5].
«Сыңрау торна» башҡа музыкаль әҫәрҙәрҙә лә ҡулланыла:
- М. М. Вәлиев — симфоник оркестр өсөн «Легенда»;
- В. Белый — фортепиано өсөн «Башҡорт темаларына өс миниатюра»;
- А. М. Ҡобағошов — ҡурайсылар ансамбле өсөн эшкәртеү;
- Ә. Р. Хәлфетдинов — тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәртеү;
- Н. Ә. Дауытов — Рәми Ғарипов шиғырына солист, хор һәм симфоник оркестр өсөн эшкәртеү.
Дыуан районында «Сыңрау торна» башҡорт фольклоры төбәк фестиваль-конкурсы үтә. Фестиваль башҡорт халҡының традицион мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән мәҙәни сара. 2022 йылдың 19 мартында Арый ауыл мәҙәниәт йортонда I «Сынрау торна» башҡорт фольклоры фестиваль-конкурсы үтте. 2024 йылда II төбәк фестиваль-конкурсы үтте, III төбәк фестиваль-конкурсы 2026 йылдың 4 апрелендә үтте һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды[6].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ишкинина Г. А. Сынрау торна, наигрыш. Башкирская энциклопедия: в 7 тт. (3 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2026.
- ↑ Юмабай Исянбаев. Муниципальное бюджетное учреждение культуры районный дом культуры муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2026.
- ↑ Хабиров И. Х. Журавлиная песень, балет. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2026.
- ↑ “Сыңрау торна” балеты йәнә сәхнәгә ҡайта (башҡ.). Башкирский государственный театр оперы и балета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2026.
- ↑ Журавлиная песнь, 1959. Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2026.
- ↑ Определены победители Регионального фестиваля-конкурса башкирского фольклора «Сыңрау торна». Министерство культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2026.