Хәлфетдинов Әбделғәфи Рәхәдил улы
Биографияһы
Әбделғәфи Рәхәдил улы Хәлфетдинов 1937 йылда Башҡорт АССР-ының Белорет районының Шығай ауылында тыуған. Атаһы ҡурайсы Рәхәдил, Бөйөк Ватан һуғышында, 1943 йылда, Төньяҡ фронтта снайперҙар ярышында, 136 фашисты юҡ итеп, еңеүсе булып сыға һәм ҡыҫҡа ғына отпуск алыуға өлгөшә. Бына шул ҡыҫҡа ғына осрашыу мәлендә бәләкәй генә Әбднелғәфиҙең күңеленә атаһының ҡурайынан ағылған серле моң һеңеп ҡала. Малайҙың ҡурайға тартылыуын һиҙеп ҡалған ауылдашы, оҫта ҡурайсы Әлмәғужам Баймөхәмәтов уға моң даръяһына табан тәүге аҙымдар яһарға ярҙам итә.
1954 йылда ҡурайсылар бәйгеһендә «Өмөтлө йәш ҡурайсы» призы менән бүләкләнә. Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Флейта класында уҡый һәм композиция менән дә шөғөлләнә. Училищены тамамлағандан һуң йәш быуынға ҡурай серҙәрен өйрәтеү менән шөғөлләнә[1].
1969 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының 50 йыллығы айҡанлы Өфөлә үткәрелгән тантанала Баймаҡ районынан 50 ҡурайсы һәм ошо ваҡиға айҡанлы октябрҙә Ленинградта үткәрелгән «Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә» Баймаҡ, Бөрйән, Белорет райондарынан 50 ҡурайсы сығыш яһай. Был ҡурайсыларҙың сығышын әҙерләүсе һәм уларҙың етәксеһе Әбделғәфи Хәлфетдинов була[1].
1974 йылда Өфө ҡалаһының 400 йыллығы айҡанлы үткәрелгән тантанала сығыш яһаған Өфө студенттарының йыйылма ансамблен дә Әбделғәфи Хәлфетдинов әҙерләп сөхнөгө сығара. Музыканттар араһында Әбделғәфи виртуоз ҡурайсы булып таныла. Музыка белгестәре уны ҡурайҙа традицион уйнау алымдарын виртуозлыҡ берләштерә белеүен юғары баһалай, ихтирам итә[1].
Әбделғәфи Рәхәдил улы 1947 йылда вафат була һәм тыуған яғында — Белорет районының Шығай ауылы зыяратына ерләнә.
Әҙәбиәт
- Ю. И. Ғәйнетдинов. Ҡурай һәм ҡурайсылар. Өфө. 2014. Т. 1 000., — 424 бит.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |