Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө (рус. День памяти жертв политических репрессий) — хәтер көнө. Сәйәси золом ваҡытында һәләк булған һәм зыян күргән кешеләр иҫтәлегенә арналған матәм һәм иҫтәлекле саралар (митингылар, золом ҡорбандары һәйкәлдәренә һәм ҡәберҙәренә сәскәләр һалыу, уҡыу йорттарында хәтер дәрестәре) үткәрелә.

Рәсәйҙә был көн йыл һайын 30 октябрҙә билдәләнә, Ҡаҙағстанда[1] — 31 майҙа. Ҡайһы бер Рәсәй уҡыу йорттарында был көндө «хәтер дәрестәре» үткәрелә, уларға аҡланған һәм сәйәси золомдан зыян күргәндәр араһынан ошо фажиғәле ваҡиғаларҙың шаһиттары саҡырыла.

Тарихы

1974 йылдың 30 октябрендә диссиденттар Кронид Любарский[2], Алексей Мурженко, Мордовия, Пермь лагерҙарының башҡа сәйәси тотҡондары СССР-ҙағы сәйәси золомға, төрмәләрҙә һәм лагерҙарҙа тотҡондарға ҡарата мәрхәмәтһеҙ мөғәмәләгә ҡаршы протест белдереп аслыҡ иғлан итә. Шул ваҡиғанан һуң совет сәйәси тотҡондар йыл һайын был көндө аслыҡ иғлан итә, уны «Сәйәси тотҡон көнө» тип атай.

Шул уҡ көндө Мәскәүҙә А. Д. Сахаровтың фатирында Сергей Ковалёв матбуғат конференцияһы йыя, унда үткәреләсәк акция тураһында иғлан ителә, лагерҙарҙан килтерелгән документтар күрһәтелә, Мәскәү диссиденттарының ғаризалары яңғырай һәм хоҡуҡ яҡлаусыларҙың «Ағымдағы ваҡиғалар хроникаһы» («ХТС», 1968—1983 йылдарҙа сыҡҡан йәшерен баҫма) бюллетененең яңы 32-се сығарылышы менән таныштырыла. Әммә тотҡондарҙың берлектәге акцияһы тураһындағы ентекле мәғлүмәт лагерҙарҙан әкренләп килә һәм 1974 йылдың 10 декабрендәге «ХТС»-тың 33-сө сығарылышында, мөхәррирҙәр ваҡиғалар тураһында әлегә барыһы ла белмәй, тип таныла. Бер нисә айҙан һуң был матбуғат конференцияһы өсөн Ковалёвтың үҙенә ғәйеп тағыла.

Бынан һуң йыл һайын 30 октябрҙә сәйәси тотҡондар аслыҡ иғлан итә, ә 1987 йылдан — Мәскәү, Ленинград, Львов, Тбилиси һәм башҡа ҡалаларҙа демонстрациялар үтә. 1989 йылдың 30 октябрендә 3 меңгә яҡын кеше ҡулдарына шәм тотоп, СССР КГБ-һы бинаһы тирәләй «тере сылбыр» булып баҫа. Һуңынан Пушкин майҙанына митинг үткәреү маҡсатында юлланғас, уларҙы ОМОН ҡыуып тарата[3].

1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР Юғары Советының «Сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн билдәләү тураһында»ғы 1763/1-1 һанлы Ҡарары ҡабул ителә, шунан һуң 30 октябрь рәсми рәүештә иҫкә алыу көнө булып таныла.

Исемдәрҙе ҡайтарыу

Төп мәҡәлә: Исемдәрҙе ҡайтарыу (рус.)баш.

Мәскәүҙә 2007 йылдан, Ҙур террор башланыуҙың 70 йыллығынан алып, «Мемориал» йәмғиәте башланғысы менән «Исемдәрҙе ҡайтарыу» акцияһы үткәрелә: митингыла ҡатнашыусылар сиратлап 1937—1938 йылдарҙа атып үлтерелгән кешеләрҙең исемдәрен уҡый. Атып үлтерелеүселәр исемлегенән тәүге фамилияларҙы Рәсәйҙә Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Владимир Лукин уҡып ишеттерә:

Абазов Николай Сергеевич, 63 йәш, Урта Азия геосәйәси комиссияһы рәйесе, 1937 йылдың 21 сентябрендә атып үлтерелгән; Абдуллин Барый Абдулла улы, 38 йәш, ВКП(б)-ның Курск өлкәһе Ленин районы райкомы секретары, 1937 йылдың 3 авгусында атып үлтерелгән; Абдюханов Усман Измайлович, 23 йәш, ҡыҙылармеец, 1937 йылдың 9 декабрендә атып үлтерелгән…"

Көн дауамында трибунаға исемдәр яҙылған исемлектәр менән билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сыға, унда шулай уҡ ябай граждандар ҙа ҡатнаша. Рәттән ун сәғәт дауам иткән был тәүге акцияла 213 кеше ҡатнаша, улар 3226 исемде уҡый. Бары тик Мәскәүҙә генә 1937—1938 йылдарҙа йәмғеһе 30 меңдән ашыу кеше атып үлтерелгән.

«Мемориал» хоҡуҡ яҡлау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә әлеге ваҡытта сәйәси репрессияларҙан зыян күргән 800 мең самаһы кеше иҫән (Сәйәси репрессия ҡорбандарын аҡлау тураһындағы Законға ярашлы, улар иҫәбенә шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҙа инә)[4].

Рәсәй Президентының мөрәжәғәте, 2009

2009 йылдың 30 октябрендә Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу көнө уңайынан Рәсәй Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев үҙенең мөрәжәғәтендә миллионлаған кешенең ғүмерен ҡыйған Сталин золомон аҡламаҫҡа саҡыра[5]. Рәсәй дәүләте башлығы милли фажиғәләр тураһындағы хәтер еңеү тураһындағы хәтер кеүек үк изге тип һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Президент һуғыш алдынан егерме йыл дауамында совет халҡының тотош ҡатламдары ҡырылыу фактына иғтибар итә:

Казаклыҡ ғәмәлдә юҡ ителә. Крәҫтиәндәр кулак тип иғлан ителеп, йорт-ерһеҙ ҡалдырыла. Зыялылар ҙа, эшселәр ҙә, хәрбиҙәр ҙә сәйәси эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Барлыҡ дини конфессиялар вәкилдәре лә эҙәрлекләнә. Ошо ваҡытта золомдоң туҡтамаҫ «ағымын» Александр Солженицын «халыҡ ҡайғыһының Волгаһы» тип атай. 30 октябрь — ул ҡыйратылған миллионлаған яҙмыштарҙы Иҫкә алыу көнө[6]

undefined

Д. А. Медведев билдәләүенсә, әлегә тиклем был күп һанлы ҡорбандар ниндәйҙер юғары дәүләт маҡсаттары менән аҡлана, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин.

Шуға инанғанмын, илдең үҫешенә, уның уңыштарына, амбицияларына кеше ҡайғыһы һәм юғалтыуҙар аша өлгәшергә ярамай. Бер нәмәне лә кеше ғүмеренән юғарыраҡ ҡуйып һәм золомдо бер нисек тә аҡлап булмай.

Йәштәрҙең (…) Рәсәй тарихындағы бөйөк фажиғәләрҙең береһенә, 30-сы йылдарҙағы таҙартыуҙар ваҡытында террор һәм ялған ғәйепләүҙәр һөҙөмтәһендә һәләк булған миллионлаған кешенең тойғоларын уртаҡлаша алыуы бик мөһим.

Беҙ тарихыбыҙҙы боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшкә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һәм ни өсөндөр йыш ҡына бында һүҙ Бөйөк Ватан һуғышы һөҙөмтәләрен яңынан ҡарауҙың мөмкин түгеллеге тураһында ғына бара тип уйлайбыҙ. Әммә тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү һылтауы менән үҙ халҡын ҡырған кешеләрҙе аҡлауға юл ҡуймай ҙа мөһим[6]

Д. А. Медведев Рәсәйҙә «кисергәндәр тураһындағы хәтерҙе быуындан быуынға тапшырасаҡ» музей-мемориал үҙәктәре кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Күмәк кешеләр күмелгән ҡәберлектәрҙе эҙләү, һәләк булғандарҙың исемдәрен тергеҙеү, ә кәрәк булған осраҡта уларҙы аҡлау буйынса эштәр ҙә дауам ителергә тейеш.

Президенттың мөрәжәғәтенә комментарийында РБК, «1980 йылдар аҙағында — 1990 йылдар башында, Сталин золомо темаһынан йәшеренлек мөһөрө алынғас, СССР-ҙа Иосиф Сталин идара иткән осорҙа үлтерелгән һәм ғазапланған миллионлаған кеше тураһындағы дөрөҫлөк билдәле булыуын билдәләргә кәрәк», тип яҙа[6].

Матәм сараларын үткәреү урындары

  • Мәскәүҙә йыл һайын матәм митингыһы Соловец ташы янында үтә. Был гранит таш Соловец утрауҙарынан, ҡасандыр Соловец махсус тәғәйенләнештәге лагеры урынлашҡан ерҙәрҙән килтерелеп, 1990 йылдың 30 октябрендә Лубянка майҙанында ВЧК — ОГПУ — НКВД — КГБ — ФСБ бинаһы алдына ҡуйылған (2002 йылда митинг үткәреү баш ҡала мэрияһы тарафынан тыйыла).
undefined
  • Тамбов ҡалаһында 2016 йылдан алып «Исемдәрҙе ҡайтарыу» акцияһы Сочи скверында Тамбов мужигы һәйкәле янында үтә. Был урында 1920—1921 йылдарҙа Антонов ихтилалында ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тотолған концлагерь булған.
  • Санкт-Петербург: Левашово мемориаль зыяраты — золом йылдарында һәләк булғандар күпләп күмелгән урын; Койранкангас — ғәмәлдәге артиллерия Ржев полигонының ябыҡ биләмәһендәге золом йылдарында һәләк булғандарҙы күпләп атып үлтереү һәм күмеү урыны; Троица майҙанындағы Соловец ташы.
  • Екатеринбург: Мәскәү трактының 12-се километрындағы Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу мемориалы (1996 йылда асылған)[7].
  • Һамар: Гагарин исемендәге парктағы Хәтер билдәһе (был паркта ер эштәре башҡарғанда атып үлтерелгән золом ҡорбандарының күпләп күмелгән урындарының береһе табылған)[8].
  • Төмән: Семаков урамының 18-се йортондағы элекке НКВД бинаһы ихатаһы (күпләп атып үлтереүҙәр урыны). 2001 йылда бында мемориал асыла, унда: «Бында 1937—1938 йылдарҙа ғәйепһеҙҙәр күпләп атып үлтергән… Башҡаса бер ҡасан да» тигән яҙыу бар[9].
  • Пенза: Мәскәү урамындағы 86-сы йортта Пензаның сәйәси золомдан зыян күргән кешеләренә арналған «Тәүбә» һәйкәле. Һәйкәл совет осоронда емерелгән православие ҡорамы урынында ҡуйылған.
  • Владивосток: Вторая Речкала ГУЛАГ-тың меңдән ашыу тотҡоно, шул иҫәптән шағир Осип Мандельштам үткән ваҡытлыса ҡабул итеү лагеры урынындағы Иҫтәлекле таш[10].
  • Улан-Удэ: Коммунистик урамда 1930 йылдарҙа НКВД урынлашҡан бинанан йыраҡ түгел Сәйәси золом ҡорбандарына мемориал.
  • Иркутск: Пивовариха ауылындағы мемориал (20 000-дән ашыу үлтерелгән кешенең күмелеү урыны), матәм митингылары үткәрелә.

Башҡортостанда

Республикала йыл һайын Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алалар. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 1930—1950 йылдарҙа сәйәси енәйәттәрҙә ғәйепләнеп 50 меңдән ашыу кеше репрессиялана[11]. 2002 йыл һуңына уларҙың 47 меңе аҡлана. Бынан тыш, 25,5 мең крәҫтиән хужалығы кулак тип тарҡатыла, 32 мең тирәһе кеше Себергә һөргөнгә оҙатыла, 30 мең самаһы кеше махсус ҡасабаларға урынлаштырыла[12].

Исемдәрҙе ҡайтарыу башында торған төп ойошмаларҙың береһе Башҡортостан Республикаһының Сәйәси репрессия ҡорбандары ассоциацияһы (1991, С. Х. Төпәев, М. М. Үтәбаева) була[13].

Ассоциация эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:

  • репрессияланғандарҙы тулыһынса һәм асыҡтан-асыҡ аҡлауға булышлыҡ итеү;
  • матди, юридик һәм социаль-көнкүреш ярҙамы күрһәтеү;
  • сәйәси репрессия ҡорбандарының иҫтәлеген һаҡлау һәм мәңгеләштереү;
  • законһыҙлыҡ режимы енәйәттәре тураһында тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү[13].

Исемдәрҙе ҡайтарыу буйынса 1997—2000 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһының сәйәси репрессия ҡорбандары иҫтәлек китабы» нәшер ителә[13]. Китапта Башҡорт АССР-ында 1920—1940 йылдарҙа репрессияланған һәм аҡланған шәхестәрҙең алфавитлы исемлектәре, биографик мәғлүмәттәре, ҡулға алыу көндәре, хөкөм ҡарарҙары һәм аҡланыу датаһы күрһәтелгән[14].

Сәйәси репрессия ҡорбандары ассоциацияһы инициативаһы менән һәм Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының 1993 йылдың 2 сентябрендәге ҡарары нигеҙендә 2000 йылдың 23 декабрендә Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл асыла (скульпторы — Ю. Солдатов, архитекторы — Л. Дубинский)[15].

Йыл һайын 30 октябрҙә Өфөлә һәм республика райондарында иҫтәлекле саралар үтә. Баш ҡалала «Хәтер доғаһы» акцияһы 1930 йылдарҙың төп атыу урындарының береһе булған, тарихсылар «Өфө Бутовоһы» тип атаған Сергиев зыяратында үтә[16]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, зыяраттың үҙәк өлөшөндәге йырында мең самаһы кеше ерләнгән. Ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һала, шәмдәр ҡабыҙа һәм репрессияланғандарҙың исемдәрен ҡысҡырып уҡый.

Преображенский православие ҡәрҙәшлеге общинаһы 2014 йылдан алып Өфөлә "Хәтер доғаһы"н үткәрә. Тәүге тапҡыр исемдәрҙе иҫкә алыу 2014 йылдың 30 октябрендә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында һәйкәл янында була[17].

Иҫкәрмәләр

  1. Сәйәси золом һәм аслыҡ ҡорбандарын иҫкә алыу көнө булараҡ
  2. Что такое «день политзаключённого в СССР»: говорит Кронид Любарский // из книги «Кронид» (избранные статьи К. Любарского), М., 2001. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  3. 30 октября - День памяти жертв политических репрессий. regnum.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026. Архивировано 29 сентябрь 2025 года.
  4. Calend.ru:День памяти жертв политических репрессий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026. Архивировано 3 ноябрь 2006 года.
  5. Медведев призывает не оправдывать сталинские репрессии («Le Monde», Франция). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026. Архивировано 2 ноябрь 2009 года.
  6. 1 2 3 Д.Медведев: Нельзя оправдывать тех, кто уничтожал свой народ (РБК). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  7. Международный день памяти жертв политических репрессий отмечают сегодня в Екатеринбурге. e1.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  8. 30 октября - День памяти жертв политических репрессий. adm.samara.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  9. Пусть никогда не будет скорбных дат! Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  10. . Обсуждение на LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников. liveinternet.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026. Архивировано 29 сентябрь 2025 года.
  11. В Межгорье открыт памятник репрессированным. Башинформ (5 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  12. Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  13. 1 2 3 Ассоциация жертв политических репрессий. Башкирская энциклопедия (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  14. Книга Памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. rusneb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  15. Памятник жертвам политических репрессий. Терра Башкирия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  16. Сергиевское кладбище. Интерактивная карта «Национальная трагедия. Массовые захоронения жертв политических репрессий 1937-1938 гг.». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  17. Незабытые имена. Преображенское братство (3 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.