Сәләхов Ҡасим Сәләх улы
Биографияһы
Сәләхов Ҡасим Сәләх улы 1919 йылда хәҙерге Башҡортостандың Мәсетле районы Әжекәй ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Мәсетле район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының полк батареяһында орудие номеры булып хеҙмәт итә. Рядовой Сәләхов 1943 йылдың 22 ноябрендә фронтта һәләк була[1]. Белоруссия ССР-ы Полесье өлкәһенең (хәҙер Гомель өлкәһе) Головки ауылында ерләнә.