Сәфиуллин Ғизәтулла Сафа улы
Сәфиуллин Ғизәтулла Сафа улы (рус. Сафиуллин Гизатулла Сафе(и)евич 1907 йыл — 20 февраль 1988 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Биографияһы
Сәфиуллин Ғизәтулла Сафа улы 1907 йылда хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы Абдулҡасим ауылында тыуа. 1941 йылдың авгусында Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының хужалыҡ отделениеһында ездовой булып хеҙмәт итә[1].
Хужалыҡ отделениеһында ездовой булараҡ Сәфиуллин Ғизәтулла Сафа улы яралы аттар составы өсөн дивизион ветеринария лазаретына өҙлөкһөҙ фураж ташый. 1942 йылдың 25 ноябрендә дошмандың көслө утына ҡарамаҫтан Краснояровка утарында аттарҙы төркөмдәргә оҫта айырып 35 атты һаҡлап алып ҡала. 1942 йылдың 17 деабрендә подразделениеның 387-се бойороғо менән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовец. САФИУЛЛИН Гизатулла Сафе(и)евич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Сафиуллин Гизатулла Сафеевич Медаль «За боевые заслуги» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 77а, ящик 4