Сәхәүетдинов Нәсибулла
Биографияһы
Сәхәүетдинов Нәсибулла 1902 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Ҡыйғы районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылдың 20 ғинуарында Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була. Белоруссияның Полесье өлкәһе (хәҙер Гомель өлкәһе) Мозырь районының Передрейка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Юғалтыуҙар исемлегендә гвардия сержанты Сәхәүетдинов Нәсибулланың Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында йәшәгән ҡатыны Сәхәүетдинова Кәримә күрһәтелгән[2]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САХАУТДИНОВ Насибулла (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Сахаутдинов Насибулла Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
- ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18002 Дело ист. информации: 352