Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы
Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы (рус. Сагитов (Гарай) Гарей Гайнутдинович (или Гайнетдинович) 1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Биографияһы
Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы 1906 йылда элекке Башҡортостандың Боҙаяҙ районы (хәҙер Ауырғазы районы) Ишле ауылында тыуа. 1942 йылда Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полының 2-се эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 6 октябрендә гвардияның 2-се эскадроны ҡылыссыһы ҡыҙылармеец Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы һөжүм итеү алыштарында автоматы менән дошмандың ике офицерын юҡ итә. Ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы 1985 йылда Еңеүҙең 40-йыллығы айҡанлы юбилейлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы САГИТОВ Гар(а)й Гайнутдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Сагитов Гарей Гайнутдинович Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)