Сөләймәнов Әғзәм Сибәғәт улы

Сөләймәнов Әғзәм Сибәғәт улы (рус. Сулейманов Агзам Сибагатович) (1917 йыл — 18 февраль 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы[1]. 17-се гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, ҡылыссы. Яуҙа һәләк була. Полесье өлкәһе Передрейка ауылында (Белоруссия) ерләнгән[1].

undefined

Биографияһы

Әғзәм Сибәғәт улы Сөләймәнов Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы Ибраһим (икенсе исеме Күктүбә, хәҙерге ваҡытта бөткән ауыл) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 2-се гвардия кавалерия корпусы (командиры Л. М. Доватор) составына ингән 17-се гвардия кавалерия дивизияһында ҡылыссы булып хеҙмәт итә. «Память народа» сайтында ошо уҡ дивизияның штабы уның аҙаҡҡы хеҙмәт итеү урыны итеп күрһәтелгән[1]. 1944 йылдың 18 февралендә Белоруссиялағы Полесье өлкәһе Мозырь районында барған ҡаты яуҙарҙың береһендә (1944 йылдың ғинуар — февралендә дивизия Калинковичи — Мозырь һөжүм операцияһында ҡатнаша) һәләк була. Передрейка ауылында ерләнгән. Һуғышҡа тиклем өйләнә, ҡатыны Ғөбәйҙә торф сығарыу эштәрендә вафат булып ҡала, балалары булмай.

Хәтер

Сөләймәнов Әғзәм Сибәғәт улының исеме Башҡортстандың Баймаҡ районы хәтер китабына индерелгән[2].

Сығанаҡтар

ЦАМО; Фонд ист. информации: 58; Опись ист. информации: 18002; Дело ист. информации: 113

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр