Сөнәғәтуллин Закир Ғибәҙулла улы
Биографияһы
Сөнәғәтуллин Закир Ғибәҙулла улы 1909 йылда элекке Башҡортостандың Ҡандра районы (хәҙер Туймазы районы) Сарҙыҡ ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Ҡандра районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се гвардия кавалерия дивизияһы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында һаҡлаусы эскадрон ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә[1].
1942 йылдың 6 июлендә Курск өлкәһендә барған аяуһыҙ һуғышта батырҙарса һәләк була. Курск өлкәһенең (хәҙер Липецк өлкәһе) Тербун районы Николаевка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[2]. Юғалтыуҙар исемлегендә ҡыҙылармеец Сөнәғәтуллин Закир Ғибәҙулла улының Ҡандра районы Сарҙыҡ ауылында йәшәгән ҡатыны Сөнәғәтуллина күрһәтелгән[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. СУНАГАТУЛЛИН Закир Гибадуллич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Сунагатуллин Закир Гибадуллич. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
- ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 818883 Дело ист. информации: 1750