Татар Димескәйе
Татар Димескәе (Димескәй; татар. Татар Димескәе, рус. Татарская-Дымская) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Бөгөлмә районы ауылы.
Атамаһы
Революцияға тиклем ауыл Димескәй тип атала.
География
Тарих
Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Димескәй улусы составына керә һәм уның үҙәге була.
XX быуат башында ауылда улус идаралығы, земство станцияһы, тимерлек, 3 һыу тирмәне, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Баулы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы составында була[3].