Ташлы (Ташлы районы)

Ташлы (рус. Ташла) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ташлы районының һәм Ташлы ауыл Советыныңадминистратив үҙәге.

Географияһы

Ауыл өлкәнең көнбайышында, Герасимовка һәм Ташлы йылғаһының ҡушылған урынында, Иртәк йылғаһынан 2 км алыҫлыҡта, Сорочинскиҙан 78 км көньяҡ-көнбайышта, Ырымбур ҡалаһынан көнбайышҡа табан 160 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Төп автомобиль юлдары: Илек — Первомайский һәм Ташлы — Сорочинск[4]

Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһендә аҡҡан, Яйыҡтың уң ҡушылдығы Таналыҡ йылғаһының уң ҡушылдығы. Ҡыуандыҡ районында баш ала ла, артабан Башҡортостан буйлап аға башлай.

Ташлы йылғаһы буйында Яңы Сембер ауылы һәм Яңы Ташлы утары урынлашҡан[5]

Этимологияһы

«Ташлы» — таш тигән төрки һүҙҙән -лы ялғауы ҡушып яһалған. Ауыл атамаһын Ташлы йылғаһы исеменән алған[5]

Тарихы

Пугачев болаһы ваҡытында, 1774 йылда, ҡасаба әле булмаған. 1808-1809 йылдарҙа иһә картала 120 ауыл билдәләнгән булған.

XIX быуат аҙағына Ташлы 300 ихатаға тиклем артҡан. Ул Урал казак ғәскәренең Иртәк станицаһы Ташлы ҡасабаһы (Быҙаулыҡ өйәҙе, 1920 йылдан Ырымбур губернаһының Илек өйәҙе) булған. Ул ваҡытҡа казактар ауыл янындағы ерҙәрҙең байтаҡ өлөшөн үҙләштергән, алмағас баҡсалары ултыртҡан, бер нисә быуа, һыу тирмәне эшләгән[4].

Ташлы дәүләттә үткәрелгән бөтә реформаларҙы ла үткән, рәсәй-төрөк, Беренсе донъя һуғыштарын, Февраль һәм Октябрь революцияһын, граждандар һуғышын, фашизмға ҡаршы һуғышты кисергән, емереклектәрҙән сыҡҡан, үҫкән һәм киңәйә барған[6]

Халҡы

Хәҙерге ваҡытта Ташлыла — 68 урам һәм 20 тыҡрыҡ, 2891 хужалыҡ, 7969 кеше йәшәй.

Халҡы иҫәбе
1959[7]1970[8]1979[9]1989[10]2002[11]2010[12]2021[13]
3143326442055585668870617352

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 ОКТМО (урыҫ)
  2. GEOnet Names Server — 2018.
  3. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  4. 1 2 Ташле исполняется 240 лет 2019 йылдың 13 апрель көнөндә архивланған.
  5. 1 2 С.М.Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — 2-е изд., доп. и испр.. — Кувандык: Изд-во С.М.Стрельникова, 2002.
  6. Ташле исполняется 240 лет — RIA56. Новости Оренбурга и Оренбургской области. ria56.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2019. 2019 йылдың 5 ғинуар көнөндә архивланған.
  7. Ҡалып:Население/1959AB
  8. Ҡалып:Население/1970S
  9. Ҡалып:Население/1979N
  10. Ҡалып:Население/1989F
  11. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  12. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  13. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.

Сығанаҡтар