Теләүбаев Илгиз Сафи улы
Теләүбаев Илгиз Сафи улы | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 19 апрель 1964 (61 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылы |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | уҡытыусы, ҡурайсы, юрист, муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе |
Наградалары һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы. |
Теләүбаев Илгиз Сафи улы (рус. Тляубаев Илгиз Сафиевич; 19 апрель 1964 йыл, Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылы) — уҡытыусы, ҡурайсы, юрист, муниципаль орган хеҙмәткәре. 2006 йылдан Белорет район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2011—2022 йылдарҙа — башлыҡтың беренсе урынбаҫары. 2025 йылдың майынан — башлыҡтың йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.
Биографияһы
Илгиз Сафи улы Теләүбаев 1964 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған[1].
1982 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай һәм ошонда уҡ уҡытыусы булып үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай[2].
1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә[2].
1983—1985 йылдарҙа саҡырыу буйынса Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була[1] һәм, запасҡа ҡайтарылғандан һуң, уҡыуын дауам итә[2].
«Тарихсы. Тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы» һөнәре буйынса юғары белем алғас, 1990 йылда йүнәлтмә буйынса Белорет ҡалаһының 21-се урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй[1].
1992 йылдың авгусында Белорет районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетына 1-се категориялы белгес вазифаһына тәғәйенләнә[2].
1990 йылдың ноябренән 1999 йылдың июненә тиклем Белорет районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы була[1].
Артабан 2005 йылдың февраленә тиклем Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы вазифаһында эшләй[2].
2002—2005 йылдарҙа ситтән тороп Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында уҡый һәм, уны уңышлы тамамлап, «юрист» һөнәрен ала.
2005 йылдың февралендә Белорет районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 2011 йылдың 3 майынан — 2022 йылдың октябренәсә Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләй[3].
2022 йылдың ноябренән — 2024 йылдың майынаса Межгорье ҡалаһының «Мәҙәниәт һәм ял үҙәге» автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы директоры[4].
2025 йылдың майынан — Белорет районы хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2000—2022 йылдарҙа Белорет районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе[6].
Матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләре
- Бер-беребеҙҙе яҡлап, һаҡлап йәшәйек. «Йәшлек» гәзите, 2019 йыл, 17 май.
- Социально-гуманитарная сфера Белоречья на современном этапе. Журнал «Ватандаш»[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал дла нур сәс халҡыңа» миҙалы (2024)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Единый республиканский инновационный бизнес-портал. Все персоны. Тляубаев Илгиз Сафиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 Сайт «Viperson». Тляубаев Илгиз Сафиевич – биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2025)
- ↑ Муниципальный район Белорецкий район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная / Администрация / Структура. Тляубаев Илгиз Сафиевич. Первый заместитель главы администрации 2019 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 май 2019)
- ↑ Сервис проверки контрагентов «Компаниум». МАУК "ЦЕНТР КУЛЬТУРЫ И ДОСУГА" ЗАТО МЕЖГОРЬЕ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2025)
- ↑ В Белорецком районе Башкирии произошли кадровые изменения. ИА «Башинформ», 20 мая 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 май 2025)
- ↑ Башҡортостан Республикаһы райондары һәм ҡалалары ҡоролтайҙары (Тикшерелеү көнө: 5 май 2019)
- ↑ Социально-гуманитарная сфера Белоречья на современном этапе. «Ватандаш» журналы 2020 йылдың 29 ноябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Муниципальный район Белорецкий район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2019 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 май 2019)
- Единый республиканский инновационный бизнес-портал. Все персоны. Тляубаев Илгиз Сафиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2025)
- Сайт «Viperson». Тляубаев Илгиз Сафиевич – биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2025)
- 19 апрелдә тыуғандар
- 1964 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөрйән районында тыуғандар
- Шәхестәр:Бөрйән районы
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Уҡытыусылар
- Тарихсылар
- Юристар
- Ҡурайсылар
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре
- Шәхестәр:Белорет районы
- Шәхестәр:Белорет
- Шәхестәр:Межгорье